Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
4 Март 2021, 13:50

“Ҡайт, ҡотом, ҡайт!”

Ҡыш аҙағында “Урал батыр” байрамын үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул бишенсе тапҡыр уҙғарылды һәм “Башҡортостан” милли паркының 35 йыллығына һәм VI Бөтә донъя фольклориадаға арналды. Был көндә Нөгөш күп функциялы ауыл клубы бик күп “Урал батыр” эпосын һөйөүселәрҙе йыйҙы. Күптәрҙә, бәлки, милли парк һәм эпосты нимә бәйләй һуң тигән һорау тыуыр.“Халыҡ ҡаҙанышы” исемле презентация барышында учреждениеның фәнни бүлеге начальнигы Лилиә Солтангәрәева был һорауға яуап бирҙе:

Ҡыш аҙағында “Урал батыр” байрамын үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул бишенсе тапҡыр уҙғарылды һәм “Башҡортостан” милли паркының 35 йыллығына һәм VI Бөтә донъя фольклориадаға арналды. Был көндә Нөгөш күп функциялы ауыл клубы бик күп “Урал батыр” эпосын һөйөүселәрҙе йыйҙы. Күптәрҙә, бәлки, милли парк һәм эпосты нимә бәйләй һуң тигән һорау тыуыр.
“Халыҡ ҡаҙанышы” исемле презентация барышында учреждениеның фәнни бүлеге начальнигы Лилиә Солтангәрәева был һорауға яуап бирҙе:
- Утыҙ биш йыл дауамында беҙҙең парк үалҡыбыҙҙың төп байлығын - урман, йылға, мәмерйә, үҫемлек һәм йәнлектәр донъяһын өйрәнә һәм һаҡлай. Ойошма биләмәһендә тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә булған бик күп археологик ҡаҙылма табылды. Бында шулай уҡ ауыҙ-тел ижады кеүек беҙ тотоп ҡарай алмаған рухи ҡиммәттәр ҙә күп. Хеҙмәткәрҙәр легендалар, риүәйәттәр, ер-һыу атамаларының килеп сығыу тарихын өйрәнә. Йыйылған материалдарҙан йыйынтыҡтар әҙерләйбеҙ, улар йылдан-йыл тулыландырыла. “Урал батыр” эпосының әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ һәм шуға ла был проекттан ситтә ҡалманыҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Урал батыр” байрамы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы башлап ебәргәйне, проект авторы – филология фәндәре докторы, ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева.
Сараның төп өлөшө тамаша залында үтте. Мәшһүр эспосыбыҙҙың юлдары башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яңғыраны. Беренсе булып, милли парк һәм Нөгөш күп функциялы клуб хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Мәҙәни-ял үҙәге директоры Ләйсән Йәмилева, имам-хатип Марат Ишбаев, ҡасаба һәм күрше-тирә ауылдарҙан килеүселәр ҙә ҡобайырҙың үҙенә оҡшаған бүлектәрен уҡып ишеттерҙе. Һыртлан ауылынан “Илһам” ансамбле сараны музыкаль яҡтан биҙәне.
Байрамдың икенсе өлөшө фойела үтте. Унда ҡатнашыусылар түңәрәктә әйләнде, ҡот ҡайтарыу йолаһының алғыштарын ҡабатланы. Сара байрам сәйе менән тамамланды, унда сараны район кимәлендә үткәреү тураһында фекерҙәр яңғыраны.
Гөлгөнә САҠАЕВА, мәҙәни-ял үҙәге методисы.
Читайте нас: