Конгэк
+7 °С
Ясна
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Август 2019, 16:15
Аҡ сәскәнең шифаһы...
Аҡ сәскә йәки ромашка төрлө ауырыуҙарҙы еңергә ярҙам итә. Ҡояш төшмәгән ерҙә киптерелгән сәскәләрҙән төнәтмә һәм гигиена шыйыҡсаһы әҙерләп була.
Аҡ сәскә йәки ромашка төрлө ауырыуҙарҙы еңергә ярҙам итә. Ҡояш төшмәгән ерҙә киптерелгән сәскәләрҙән төнәтмә һәм гигиена шыйыҡсаһы әҙерләп була.
Төнәтмә әҙерләү:
1 ҡалаҡ сәскәне, 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 10-15 минут тоторға кәрәк. Дауаны ас ҡарынға өс тапҡыр 1-3 ҡалаҡ эсергә. Тирләү өсөн уны төнгә ҡаршы ярты стакан самаһы ҡабул итергә.
Төнәтмә ашҡаҙандың гастрит, сей яра ауырыүҙары булғанда, бауыр, үт ҡыуығы һәм үт юлдары шешкәндә, мигрень яфалағанда, күрем ҡаны ваҡытында килмәгәндә, эсәктәрҙә газ йыйылғанда, тирләү маҡсатында ҡулланыла. Ауыҙ эсе боҙолғанда, ҡаҙна шешеп ҡанағанда, ангина булғанда уның менән ауыҙҙы сайҡатырға мөмкин. Күҙ ҡабығы шешкәндә төнәтмә менән иртәле-кисле битте йыуыу файҙалы. Экзема, дерматит тән ауырыуҙары булғанда, эренле яра-йәрәхәт барлыҡҡа килгәндә ҡайнатманы сылатҡыс, ванна рәүешендә ҡулланалар.
Гигиена шыйыҡсаһы әҙерләү:
ярты стакан төнәтмәгә ике ҡалаҡ этил спирты (йәки өс ҡалаҡ араҡы) һәм бер балғалаҡ глицерин ҡушырға. Әҙер дауаны бит тиреһе ҡоро булғанда файҙаланалар.
Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә тәҡдим ителә.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар