Конгэк
+13 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Сентябрь 2019, 13:45
Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә
Быйыл республикала профилактика прививкаларының милли календары сиктәрендә миҙгелле грипҡа ҡаршы 1 миллион 830 мең кешегә, шул иҫәптән 418 мең балаға прививка яһау күҙаллана.
Быйыл республикала профилактика прививкаларының милли календары сиктәрендә миҙгелле грипҡа ҡаршы 1 миллион 830 мең кешегә, шул иҫәптән 418 мең балаға прививка яһау күҙаллана.
Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 753 557 мең кеше прививка алған. Тәү сиратта киҙеү менән сирләү хәүефе юғары булған категорияға ҡарағандарға: мәғариф һәм медицина учреждениелары, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, уҡыусыларға, студенттарға, хеҙмәткә саҡырылыусыларға, 60 йәштән өлкәндәргә прививка яһала.
Республикаға федераль бюджет иҫәбенә балаларға — «Совигрипп», өлкәндәргә Флю-М вакциналары һатып алынған.
Вакцинация инфекцияны иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле юлы булып тора, ти белгестәр. Киҙеү менән сирләү өҙлөгөүгә һәм хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Грипҡа ҡаршы прививка ауырыу кимәлен кәметеүгә, сирҙе еңелерәк үткәрергә булышлыҡ күрһәтә, үлем осраҡтарын кәметә.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты