Конгэк
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Ноябрь 2019, 13:33

ВИЧ/СПИД тураһында нимә беләһегеҙ?

Кем үҙенең һәм яҡындарының һаулығы тураһында хәстәрләй, бөтәгеҙ ҙә “Туҡта, ВИЧ/СПИД” акцияһына ҡушылығыҙ.

25 ноябрҙән 1 декабргә тиклем “Туҡта, ВИЧ/СПИД” бөтә Рәсәй акцияһы үтә.

Сара ВИЧ-инфекцияһы таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән дәүләт стратегияһының мөһим бурыстарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән. Быйыл Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө “Берләшмәнең хәл иткес роле” темаһы менән үтә.

Билдәле булыуынса, берләшмәләр инфекцияға ҡаршы көрәшкә төрлө алымдар менән үҙ өлөшөн индерә. Улар айырыуса алып барған мәғлүмәт-агитация эшмәкәрлеге менән ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки йоғошло сир тураһында аҙ белеү сәбәпле уны йоҡтороусылар һаны йылдан-йыл артыуы мәғлүм.

Нисек ВИЧ менән зарарланмаҫҡа? Ниндәй хәл-шарттарҙа вирус йоғоу ихтималлығы бар һәм ВИЧ/СПИД менән йәшәүсе кешеләр менән ниндәй бәйләнештәр хәүефһеҙ?

ВИЧ-инфекция менән зарарланыуҙың бер нисә юлы бар:

• һаҡланыуһыҙ (презервативһыҙ) енси бәйләнеш;

• шприцтарҙы, энәләрҙе һәм башҡа инъекция инструменттарын бергәләп файҙаланыу;

• татуировкалар һәм пирсинг өсөн стериль булмаған инструменттарҙы ҡулланыу;

• сит кешенең ҡырыныу кәрәк-ярағын, ҡан ҡалдыҡтары күренеп торған теш щеткаларын файҙаланыу;

• йөклөлөк, бала тыуҙырған һәм күкрәк һөтөн имеҙгән ваҡытта вирустың ВИЧ-позитивлы әсәнән балаға күсеүе.

Күптәр ВИЧ һәм СПИД – ул бер үк нәмә тип уйлай. Был улай түгел. Кеше вирусы иммунодефициты (ВИЧ) XX йөҙ йыллыҡтың 80-се йылдары башынан билдәле. Әлеге ваҡытҡа уның тәбиғәте һәм структураһы билдәләнгән, йоҡтороу юлдары һәм вирустың йәшәү һәләте тикшерелгән.


Кеше ВИЧ йоҡторғанда вирус организмды сирҙәрҙән һаҡлаусы иммун системаһын тарҡата башлай. Был процесс күҙгә күренмәй.

ВИЧ менән йәшәүсе кеше оҙаҡ йылдар дауамында үҙен яҡшы тойорға һәм күренергә, хатта үҙенең ауырығанын да белмәҫкә мөмкин. Шунан иммун системаһы көсһөҙләнә, кеше ауырыуҙарға тиҙ бирешә башлай.

СПИД (тормошта барлыҡҡа килгән иммунитет дефициты) ғәҙәттә ВИЧ менән зарарланғандан һуң бер нисә йылдан, кешелә бер йәки бер нисә етди сир (үпкә ауырыуҙары, туберкулез, токсоплазмоз, яман шештәр һәм башҡалар) үҫешкән ваҡытта ҡуйыла.

Шулай итеп, ВИЧ һәм СПИД – бер үк нәмә түгел. ВИЧ – ул иммун системаһын ҡаҡшатыусы вирус, ә СПИД – ул кешелә иммунитеты түбән булыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән сирҙәр комплексы.

Организмда ВИЧ булыуын асыҡлауҙың берҙән-бер ысулы – ВИЧ-ҡа махсус анализ тапшырыу. Кем үҙенең һәм яҡындарының һаулығы тураһында хәстәрләй, бөтәгеҙ ҙә “Туҡта, ВИЧ/СПИД” акцияһына ҡушылығыҙ.