Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Апрель 2020, 00:34

Рух ныҡлығы - йәшәү көсө

Тажлы вирус тәкәбберлек тажын бәреп төшөрөрмө?Фото интернеттан.

Тажлы вирус тәкәбберлек тажын бәреп төшөрөрмө?
Беҙ, совет иле балалары, "Ер йөҙөндә иң көслөһө - Кеше" тигәнгә инанып үҫтек. Тимәк, кеше теләһә, барыһын да булдыра: йә бар итә, йә юҡ итә. Шулай уҡ үҙ яҙмышына үҙе хужа. Ә шул уҡ ваҡытта Кешелек ҡанундарына һыймаған, аң менән аңлай алмаҫлыҡ ваҡиғаларҙы әҙәм балаһы үҙгәртә алмай. Аллаһ тәғәләнән баш тартҡан социалистик ҡоролошта ла ниндәйҙер Юғары көс барлығы тулыһынса инҡар ителмәне. Кемдер тәбиғәт көсө, ти, бәғзеләр яҙмыш йә башҡаса атай уны. Яҙмышмы, яңылышмы - барыбер маңғайыңа яҙылғанды күрмәй булмай тип, төшөнкөлөккә бирелгәндәр ҙә юҡ түгел. Алдан яҙылһа яҙылғандыр ҙа, әммә һәр саҡ һайлау мөмкинлеге бар. Халыҡ ижадында ла, йәғни беҙгә килеп еткән боронғо тарихта, дини тәғлимәттә лә кеше үҙе хәл итә.
Әҙәмдең дә ожмахта ғына йәшәү мөмкинлеге була бит. Ергә төшөрөлөү, һынау артынан һынауға дусар булыу уның ихтыяры - барына ҡәнәғәт була белмәү, Аллаһ тәғәләгә шик белдереү. Тыйғандан тыйылһа, ҡотҡоға бирелмәһә, мәңгелек йәннәттә булыр ине...
Нисек кенә булмаһын беҙ, әҙәм балалары, һәр саҡ рух ныҡлығына, ихтыяр көсөнә һынау тотабыҙ. Бөгөн айырыуса асыҡ һайлау алдында торабыҙ: үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы тажлы вирус хөкөмөнә тапшырабыҙмы әллә уны яҡын ебәрмәй, ҡотолоп ҡалабыҙмы. Бының өсөн бары сабырлыҡ, бөтә һаҡлыҡ сараларын еренә еткереп үтәү талап ителә. Хатта үҙеңде сикләү режимынан һуң да киң мәғәнәлә тәртип, һаҡланыу зарур. Ғәмәлдә барыһы ла кешенең үҙ ҡулында: яуызлыҡ, яманлыҡ һәр ваҡыт һәр ерҙә булыуға ҡарамай, изге уй-ниәттә, иманда, яҡшылыҡта, нәпсеңде тыя белеп йәшәргә кәрәк.
Коронавирус биргән һабаҡ бик фәһемле - тик дөрөҫ һығымта яһау мотлаҡ.