Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Ноябрь 2020, 15:50

Йөҙ матурлығы эске донъябыҙ, уйҙарыбыҙ таҙалығына бәйле

Ниндәй генә йәштә булмаһын, был донъяла сәләмәт һәм матур булырға теләмәгән ҡатын-ҡыҙ юҡтыр. Боронғо замандар ҙа уҡ гүзәл зат йәш, сибәр булып ҡалыу тураһында уйланған һәм һәр халыҡтың һылыуҡайҙарының үҙенең матурлыҡ сере булған. Әммә уларҙың бөтәһенең дә нигеҙендә сама белеп, дөрөҫ туҡланыу торған, сөнки тап аҙыҡ-түлек менән кеше кәрәкле витаминдар, минералдар ала. Улар беҙҙең матдәләр алмашыныуына, тирегә һәм бөтә организм торошона йоғонто яһай.Ә бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙҙары ни эшләй? Беҙҙең күбебеҙ битендә йә йыйырсыҡтар, йә иһә икенсе эйәк күренә башлағас ҡына косметологҡа, массажға, фитнесҡа яҙыла, спорт менән шөғөлләнә башлай. Ә боронғо гүзәлкәйҙәр үҙҙәрен яратҡан, шуға ла йәш, матур һәм сәләмәт булыу бик оҙайлы процесс икәнлеген бик яҡшы белгән. Миҫалға 60 йәшендә лә 30 йәшлек булып күренгән Диана де Пуатьены - король Генрихтың рәсми фавориткаһын - алайыҡ. Ул бөтөнләй шарап эсмәгән һәм бер ҡасан да иртәнге ашын ашарға иренмәгән. Иртәнге аштың һаулыҡ өсөн дә, матурлыҡ өсөн дә төп шарт икәнлеген аңлаған.Наполеондың ҡатыны Жозефина Богарне көн һайын иртән мотлаҡ рәүештә лимон һуты һығылған минераль һыу эскән. Ошондай ысул менән ул организмын шлактан таҙартҡан, тире матурлығын, сәс, тырнаҡтары торошон һаҡлаған.Япон ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығы һәм һомғоллоғо һәр ваҡытта ла иғтибар үҙәгендә. Улар еңел үҙләштерелгән аҡһымға, углеводҡа, майлы кислотаға бай ризыҡтарға, йәғни диңгеҙ аҙыҡтарына, йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирә. Улар аҡ май, шулай уҡ татлы ризыҡтарҙы бөтөнләй тиерлек ашамай.Күреүегеҙсә, йәш һәм матур булыуҙың төп сере, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, дөрөҫ һәм сама белеп туҡланыуҙа. Һәр заман диетологтары ла витаминдарға бай аҙыҡтарҙы төрләндереп, аҙлап ашарға кәңәш итә. Натураль аҙыҡ-түлек кенә ҡулланығыҙ, уларҙы дөрөҫ әҙерләү ҙә мөһим.Сәғәт алтынан һуң ашамауҙы ғәҙәткә индерергә кәрәк. Аҙнаһына бер тапҡыр көнө буйы ашамай тороу бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Тағы бер мөһим әйбергә иғтибар итегеҙ: өҫтәл артында ултырғанда ҡыуанып ашау, эсеү организмға яҡшы тәьҫир итә. Шулай иткәндә генә аҙыҡ яҡшы һәм еңел үҙләштерелә.Һыу эсеү режимын һаҡлағыҙ. Аҡ икмәк, шәкәр, май ҡушып бешерелгән әйберҙәр, фастфудтан баш тартығыҙ. 56 йәшендә 25 йәшлек булып күренгән Америка актрисаһы Деми Мурҙың менюһында, мәҫәлән, аҡ икмәк, татлы ризыҡтар бөтөнләй юҡ. Улар урынына актриса киптерелгән емеш һәм бал ғына ашай.Шундай әйтем бар: 30 йәштәргә тиклем ҡатын-ҡыҙ матураймаһа, ул, тимәк, ялҡау. Шуға ла косметологтар ғына түгел, ә кеше күңелен өйрәнеүсе фән белгестәре – психологтар - көн һайын үҙебеҙгә бер сәғәт бүлергә, таҙа һыу менән генә йыуынырға кәш итә. Тышҡы матурлыҡ һәм нәзәкәтлелек беҙҙең уйҙарыбыҙҙың таҙа, яҡты булыуына бәйле. Шуға күрә кем сибәр булырға, йәш ҡалырға теләй, күңелен бысраҡ уйҙарҙан арындырырға тейеш.Үҙеңә, яҡындарыңа, эргә-тирәләге кешеләрҙе аңларға, уларға һөйөү һәм хөрмәт менән ҡарарға өйрәнегеҙ. Был, әлбиттә, еңел түгел, әммә һөҙөмтәһе бик яҡшы.Үҙегеҙгә ышанығыҙ, эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, яһалмалыҡтан ҡасығыҙ, яратығыҙ, яратылығыҙ. Яратыу тойғоһо бик көслө, тап ул ғына матурлыҡ һәм йәшлек энергияһы бирә.Боронғо ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәш булыу серҙәреЕгипет батшабикәһе Клеопатра бит тиреһе өсөн көмөш валсыҡтар ҡушылған онтаҡҡа бал һалынған эмульсия уйлап сығара. Һөт ваннаһы ингән, сәсен йомортҡа һарыһы менән йыуған, тәнен диңгеҙ тоҙо, һөт өҫтө менән ышҡыған.Испания королеваһы Изабелла аҡ сәскә, розмарин, юл япрағы, меңъяпраҡ, лилиә һәм рауза сәскәһенән битлек эшләргә яратҡан. Даими һәм системалы рәүештә үҙен ҡарауы сәбәпле ул оло йәштә лә йәш булып күренгән.Сәләмәтлеге бик үк шәптән булмаһа ла, Людовик VI фавориткаһы маркиза де Помпадур йомортҡа ағына һөт өҫтө һәм лимон һуты ҡушылған битлек яһау һөҙөмтәһендә һәр ваҡыт матур күренгән. Ул шулай уҡ һәр көн иртән лимон һуты менән битен йыуған, аҙаҡ зәйтүн майы һөрткән. Бынан тыш, ул көн дә бер стакан кишер һутына бал ҡушып эскән. Был эсемлек уға көн буйына етерлек көс һәм күтәренке кәйеф биргән.

Ниндәй генә йәштә булмаһын, был донъяла сәләмәт һәм матур булырға теләмәгән ҡатын-ҡыҙ юҡтыр. Боронғо замандар ҙа уҡ гүзәл зат йәш, сибәр булып ҡалыу тураһында уйланған һәм һәр халыҡтың һылыуҡайҙарының үҙенең матурлыҡ сере булған. Әммә уларҙың бөтәһенең дә нигеҙендә сама белеп, дөрөҫ туҡланыу торған, сөнки тап аҙыҡ-түлек менән кеше кәрәкле витаминдар, минералдар ала. Улар беҙҙең матдәләр алмашыныуына, тирегә һәм бөтә организм торошона йоғонто яһай.
Ә бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙҙары ни эшләй? Беҙҙең күбебеҙ битендә йә йыйырсыҡтар, йә иһә икенсе эйәк күренә башлағас ҡына косметологҡа, массажға, фитнесҡа яҙыла, спорт менән шөғөлләнә башлай. Ә боронғо гүзәлкәйҙәр үҙҙәрен яратҡан, шуға ла йәш, матур һәм сәләмәт булыу бик оҙайлы процесс икәнлеген бик яҡшы белгән. Миҫалға 60 йәшендә лә 30 йәшлек булып күренгән Диана де Пуатьены - король Генрихтың рәсми фавориткаһын - алайыҡ. Ул бөтөнләй шарап эсмәгән һәм бер ҡасан да иртәнге ашын ашарға иренмәгән. Иртәнге аштың һаулыҡ өсөн дә, матурлыҡ өсөн дә төп шарт икәнлеген аңлаған.
Наполеондың ҡатыны Жозефина Богарне көн һайын иртән мотлаҡ рәүештә лимон һуты һығылған минераль һыу эскән. Ошондай ысул менән ул организмын шлактан таҙартҡан, тире матурлығын, сәс, тырнаҡтары торошон һаҡлаған.
Япон ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығы һәм һомғоллоғо һәр ваҡытта ла иғтибар үҙәгендә. Улар еңел үҙләштерелгән аҡһымға, углеводҡа, майлы кислотаға бай ризыҡтарға, йәғни диңгеҙ аҙыҡтарына, йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирә. Улар аҡ май, шулай уҡ татлы ризыҡтарҙы бөтөнләй тиерлек ашамай.
Күреүегеҙсә, йәш һәм матур булыуҙың төп сере, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, дөрөҫ һәм сама белеп туҡланыуҙа. Һәр заман диетологтары ла витаминдарға бай аҙыҡтарҙы төрләндереп, аҙлап ашарға кәңәш итә. Натураль аҙыҡ-түлек кенә ҡулланығыҙ, уларҙы дөрөҫ әҙерләү ҙә мөһим.
Сәғәт алтынан һуң ашамауҙы ғәҙәткә индерергә кәрәк. Аҙнаһына бер тапҡыр көнө буйы ашамай тороу бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Тағы бер мөһим әйбергә иғтибар итегеҙ: өҫтәл артында ултырғанда ҡыуанып ашау, эсеү организмға яҡшы тәьҫир итә. Шулай иткәндә генә аҙыҡ яҡшы һәм еңел үҙләштерелә.
Һыу эсеү режимын һаҡлағыҙ. Аҡ икмәк, шәкәр, май ҡушып бешерелгән әйберҙәр, фастфудтан баш тартығыҙ. 56 йәшендә 25 йәшлек булып күренгән Америка актрисаһы Деми Мурҙың менюһында, мәҫәлән, аҡ икмәк, татлы ризыҡтар бөтөнләй юҡ. Улар урынына актриса киптерелгән емеш һәм бал ғына ашай.
Шундай әйтем бар: 30 йәштәргә тиклем ҡатын-ҡыҙ матураймаһа, ул, тимәк, ялҡау. Шуға ла косметологтар ғына түгел, ә кеше күңелен өйрәнеүсе фән белгестәре – психологтар - көн һайын үҙебеҙгә бер сәғәт бүлергә, таҙа һыу менән генә йыуынырға кәш итә.
Тышҡы матурлыҡ һәм нәзәкәтлелек беҙҙең уйҙарыбыҙҙың таҙа, яҡты булыуына бәйле. Шуға күрә кем сибәр булырға, йәш ҡалырға теләй, күңелен бысраҡ уйҙарҙан арындырырға тейеш.
Үҙеңә, яҡындарыңа, эргә-тирәләге кешеләрҙе аңларға, уларға һөйөү һәм хөрмәт менән ҡарарға өйрәнегеҙ. Был, әлбиттә, еңел түгел, әммә һөҙөмтәһе бик яҡшы.
Үҙегеҙгә ышанығыҙ, эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, яһалмалыҡтан ҡасығыҙ, яратығыҙ, яратылығыҙ. Яратыу тойғоһо бик көслө, тап ул ғына матурлыҡ һәм йәшлек энергияһы бирә.
Боронғо ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәш булыу серҙәре
Египет батшабикәһе Клеопатра бит тиреһе өсөн көмөш валсыҡтар ҡушылған онтаҡҡа бал һалынған эмульсия уйлап сығара. Һөт ваннаһы ингән, сәсен йомортҡа һарыһы менән йыуған, тәнен диңгеҙ тоҙо, һөт өҫтө менән ышҡыған.
Испания королеваһы Изабелла аҡ сәскә, розмарин, юл япрағы, меңъяпраҡ, лилиә һәм рауза сәскәһенән битлек эшләргә яратҡан. Даими һәм системалы рәүештә үҙен ҡарауы сәбәпле ул оло йәштә лә йәш булып күренгән.
Сәләмәтлеге бик үк шәптән булмаһа ла, Людовик VI фавориткаһы маркиза де Помпадур йомортҡа ағына һөт өҫтө һәм лимон һуты ҡушылған битлек яһау һөҙөмтәһендә һәр ваҡыт матур күренгән. Ул шулай уҡ һәр көн иртән лимон һуты менән битен йыуған, аҙаҡ зәйтүн майы һөрткән. Бынан тыш, ул көн дә бер стакан кишер һутына бал ҡушып эскән. Был эсемлек уға көн буйына етерлек көс һәм күтәренке кәйеф биргән.