Конгэк
-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Ғинуар 2021, 19:08
Тажзәхмәт яңынан-яңы ҡорбан көҫәй
Коронавирус менән йәнәш йәшәүгә өйрәнеп тә киттек, буғай, шулай ҙа таныштарҙың, хатта яҡындарҙың был сиргә тарыуын ишетеү тетрәндерә. Яңы ғына алыҫ ҡитғаларҙа ғына ҡалыр кеүек тойолған сир инде, шомға һалып, беҙҙә лә һәр ишеккә ҡаға, буғай. Декабрь башынан республикала вакцина һалыу башланды, бәлки, был сара тажзәхмәтте йүгәнләргә ярҙам итер. Ә әлегә...Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Коронавирус менән йәнәш йәшәүгә өйрәнеп тә киттек, буғай, шулай ҙа таныштарҙың, хатта яҡындарҙың был сиргә тарыуын ишетеү тетрәндерә. Яңы ғына алыҫ ҡитғаларҙа ғына ҡалыр кеүек тойолған сир инде, шомға һалып, беҙҙә лә һәр ишеккә ҡаға, буғай. Декабрь башынан республикала вакцина һалыу башланды, бәлки, был сара тажзәхмәтте йүгәнләргә ярҙам итер. Ә әлегә Башҡортостанда, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 11 ғинуарға мәғлүмәте буйынса 20 901 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Уҙған тәүлектә 165 кеше сир йоҡторған. 5 178 кеше дауалана: 652-һе - стационарҙа, 4 526-һы ауырыуҙы еңел формала үткәрә.
«Күпселегенең хәле ҡәнәғәтләнерлек һәм уртаса ауырлыҡта. 72 кеше интенсив терапия бүлексәләрендә ята, 11 пациент оксиген терапияһы ала», - тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Тәүлек эсендә коронавирустан вафат булғандар һаны ике кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 157 кеше COVID-19 ҡорбаны булған.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит