Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Ғинуар 2021, 13:50

Гөлназ САДИҠОВА: “Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!”

Былтыр Республика көнө алдынан үҙәк район дауаханаһының офтальмология бүлексәһендә “Һаулыҡ” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән капиталь ремонтланған һәм юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған операция бүлеге асылды. Быға тиклем район-ҡала халҡы микрохирургия сараларын алыр өсөн баш ҡалабыҙ Өфөгә йәки күрше Ырымбур ҡалаһына юлланырға мәжбүр ине. Бөгөн, ниһайәт, юл мәшәҡәттәрен һәм артыҡ сығымһыҙ ғына был мәсьәләне үҙебеҙҙең ҡалала хәл итеү мөмкинлеге тыуҙы. Офтальмология бүлексәһе мөдире Гөлназ Садиҡова менән әңгәмәбеҙ ошо һәм күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеү хаҡында.

Былтыр Республика көнө алдынан үҙәк район дауаханаһының офтальмология бүлексәһендә “Һаулыҡ” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән капиталь ремонтланған һәм юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған операция бүлеге асылды. Быға тиклем район-ҡала халҡы микрохирургия сараларын алыр өсөн баш ҡалабыҙ Өфөгә йәки күрше Ырымбур ҡалаһына юлланырға мәжбүр ине. Бөгөн, ниһайәт, юл мәшәҡәттәрен һәм артыҡ сығымһыҙ ғына был мәсьәләне үҙебеҙҙең ҡалала хәл итеү мөмкинлеге тыуҙы. Офтальмология бүлексәһе мөдире Гөлназ Садиҡова менән әңгәмәбеҙ ошо һәм күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеү хаҡында.
- Гөлназ Рауил ҡыҙы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең илдә дөйөм халыҡтың 70 процентының күҙ менән бәйле проблемаһы бар. Һәр егерменсе бала күҙлек кейә. Беҙҙең район-ҡала буйынса был тәңгәлдә хәл-торош ниндәй?
- Эйе, күҙ ауырыуҙары донъяла иң таралған сирҙәр иҫәбендә. Уның сәбәптәре, әлбиттә, төрлө. Кеше тыумыштан сирле булыуы ла, йәшәү рәүешенә, һөнәренә, йәрәхәтләнеүгә бәйле лә насар күреүе һәм һуҡырайыуы ихтимал. Һуңғы ваҡытта шулай уҡ күҙ аша алынған мәғлүмәттең күплеге лә күҙҙең сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай, был айырыуса балалар һәм үҫмерҙәргә ҡағыла. Телевизор, смартфон, планшет, компьютер артында күп ултырыу күп сирҙәргә сәбәпсе булыуы билдәле. Былтыр күҙе ауыртыу, күреү һәләте кәмеүе мәсьәләһе менән район-ҡалала бөтәһе 1369 кеше мөрәжәғәт итте. Киң таралған сирҙәргә глаукоманы, катаракта, йәки ҡара ҡылауҙы, күҙ рефракцияһын, йәғни күҙҙең тыныс хәлдә булғанда яҡтылыҡ нурын һындырып күрһәтеүен, конъюнктивитты, ҡабаҡ шешеүен һәм башҡаларҙы индерергә мөмкин.
- Халҡыбыҙҙа, иң ҡәҙерле әйбереңде бүләк иткәндә, тапшырғанда, күҙ ҡараһылай һаҡла, тигән әйтем бар. Был ябай ғына сағыштырыу күҙҙәрҙең кеше тормошонда ни тиклем ҙур роль уйнауын күрһәтә. Күреү һәләтен, күҙ сәләмәтлеген нисек һаҡларға кәңәш бирер инегеҙ?
- Иң беренсе, сәләмәт тормош алып барырға! Организмда ниндәйҙер үҙгәрештәр, тайпылыштар барлыҡҡа килгәс түгел, ә йәштән, бала саҡтан күҙ һаулығын һаҡларға кәрәк. Был, тимәк, физик күнегеүҙәр яһау, дөрөҫ туҡланыу, компьютер артында ултырғанда, зарарлы производствола эшләгәндә йәки күҙ көсөргәнешлегенә килтергән башҡа мәшәҡәттәр башҡарғанда ял режимын күҙәтеү, гимнастика эшләү, ваҡытында офтальмологҡа барыу, уның күрһәтмәләрен теүәл үтәү.
- Заманса ремонтланған һәм юғары технологиялы йыһаздар алынған операция блогында яһалма хрусталь ҡуйыу буйынса операциялар эшләнә башлауы тураһында күптәр әле белмәҫкә лә мөмкин. Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларын таныштырып үтһәгеҙ ине.
- “Һаулыҡ” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә республикала һиҙелерлек эштәр башҡарыла. Уға ярашлы, беҙҙең бүлексәлә яңыса ремонтланған операция блогына УЗИ-сканер, офтальмология хирургия системаһы, компьютерлаштырылған контактһыҙ тонометр, микроскоп кеүек һәм башҡа юғары технологиялы ҡорамалдар алынды. Шулай уҡ диагностикалау йыһаздары ла яңыртылды. Быларҙың барыһы ла беҙҙең эште һиҙелерлек еңеләйтте һәм, әлбиттә, сифатын да күтәрергә булышлыҡ итте. Ҡалала офтальмология үҙәге асылыуы айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн уңайлылыҡ тыуҙырғандыр, тип уйлайым, сөнки айырыуса улар араһында күҙ ауырыуҙары, бигерәк тә катаракта ныҡ таралған. Мәғлүм булыуынса, ҡара ҡылау сире - күҙ яҫмығының тотош йәки бер өлөшөнөң тоноҡланыуы менән бәйле барлыҡҡа килгән ауырыу. Шул сәбәпле әйберҙәр шәүлә булып ҡына күренергә мөмкин, йә иһә кеше яҡтылыҡтың ҡайһы яҡтан төшкәнен генә айыра ала. Был халәте йыш ҡына өлкән йәштәгеләрҙе әүҙем тормоштан ситләштерә, хәрәкәтен сикләй, уларҙың йәшәү сифатына кире йоғонто яһай. Әммә заман медицинаһы уларҙың күреү һәләтен генә түгел, ә иң мөһиме ғәҙәти тормошҡа ҡайтарыу буйынса ҙур мөмкинлектәр бирә. Беҙҙең бүлексәлә эшләнгән операциялар шуға асыҡ дәлил. Әлегә был ҙур һәм мөһим эште Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре башҡара. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта улар 160-тан ашыу кешегә күреү бәхетен, тирә-йүнгә һоҡланып йәшәү шатлығын бүләк итте.
- Был микрохирургия сараһы түләүлеме? Операциянан һуң реабилитация ваҡыты оҙаҡмы?
- Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса булған осраҡта диагностика үтеү, йүнәлтмә алыу һәм операция эшләтеү - барыһы ла бушлай. Алдан анализдар тапшырып, тикшереү үтеү мотлаҡ. Яңы технология - факоэмульсификация алымы буйынса, йәғни ультратауыш менән яһалған операциянан һуң реабилитация ваҡыты оҙаҡ түгел. Күп осраҡта өҙлөгөүҙәр күҙәтелмәй, шуға күрә дауаханала оҙаҡ ятмайҙар, бер нисә көндән ҡайтып та китә алалар. Шулай ҙа һәр хирургия сараһынан һуң кеүек һаҡланырға кәрәк. Ауыр күтәрергә, ныҡ эҫелек, шулай уҡ һыуыҡ та ярамай. Бынан тыш, врач ҡушыуы буйынса тикшерелеп тороу мөһим.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.