Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Июнь 2021, 09:59

«Сәләмәтлек автопоезы» - Һарышта

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты иң мөһимдәренең береһе. Ошо проектҡа ярашлы “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы уҙғарыла. Бик күп райондарҙа һаулыҡ автопоезы эшләй.

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты иң мөһимдәренең береһе. Ошо проектҡа ярашлы “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы уҙғарыла. Бик күп райондарҙа һаулыҡ автопоезы эшләй. Әлеге мәлдә «Сәләмәтлек автопоезы» һарыш ауылы биләмәһе халҡын хеҙмәт­ләндерә. Ул мәктәп бинаһы янында урынлаштырылған. Иртәнге 9-ҙан аҙаҡҡы ки­леүсегә тиклем белгестәр пациент ҡабул итә. Биләмәлә йәшәгән халыҡты күсмә ФАП-ҡа автобус йөрөтә. Улар флюорография, маммография, ЭКГ үтә, анализдар тапшыра. Биләмә халҡына үҙәк район дауаханаһынан килгән терапевт, окулист, хирург, кардиолог, невролог, уролог, эндокринолог, он­колог тикшереүе, УЗИ үтеү ҡаралған. Балаларҙың һау­лығын педиатр һәм башҡа белгестәр тикшерә. Шулай ук күсмә “дауаханала” телә­гән һәр кеше коронавируска ҡаршы прививка яһата. Ошо уңайлыҡтар өсөн ауыл халҡы биләмә башлығына, мәктәп директорына, фермерҙарға, ашнаҡсыларға рәхмәтле.

Ауылда йәшәгәндәргә «Сә­ләмәтлек автопоезы» хеҙ­мәте ҡулай ҙа, бик уңайлы ла, сөнки күптәргә, бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә, район үҙәге дауаханаһына барып, төрлө кабинеттарға сиратто- роуҙар бик ауырға тура килә. Ә сирҙе иртә асыҡлар өсөн табипҡа ваҡытында күре­неүҙең ни тиклем мөһимлеге һәммәбеҙгә билдәле.

Дауаханаға 8545-әр доза беренсе һәм икенсе компоненттар алынған. Беренсе компонентын - 8545 кеше, икенсеһен - 6130 кеше яһатҡан. 25-28 июндә вакцина тағы ҡайтарылыуы көтөлә.
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: