Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Июнь 2021, 15:00

Һаулыҡ - ғүмерлек

Мәләүез район дауаханаһында коронавирус инфекцияһына ҡаршы ГамКовидВак (Спутник V) вакцинаһы ҡулланыла. Бөгөнгә 6226 кеше вакцинаның ике компонентын да яһатҡан, 8743 кеше тәүге прививкаһын ҡаҙатҡан. Тәүге укол менән икенсеһен эшләгәнсе 21 көн үтергә тейеш.

Мәләүез район дауаханаһында коронавирус инфекцияһына ҡаршы ГамКовидВак (Спутник V) вакцинаһы ҡулланыла. Бөгөнгә 6226 кеше вакцинаның ике компонентын да яһатҡан, 8743 кеше тәүге прививкаһын ҡаҙатҡан. Тәүге укол менән икенсеһен эшләгәнсе 21 көн үтергә тейеш.
Көн дә прививка яһатмаған 12 кеше сирләп дауаханаға мөрәжәғәт итә.
Вакцина ҡаҙатҡандан һуң грипп менән сирләгәндәге кеүек ваҡытлыса синдром барлыҡҡа килеүе, инъекция урынының ауыртыуы, бер аҙ шешеүе мөмкин. Уны эшләткәндән һуң иҫерткес эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, мунса, саунаға йөрөүҙән тыйылып торорға, укол урынын һыуламаҫҡа, ауыр эшкә тотонмау кәрәк.
“COVID-19” сиренә ҡаршы вакцинаны үҙәк район поликлиникаһында аҙнаның һәр көнөндә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем 112-се кабинетта яһатырға мөмкин. Көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем бүлмәне кварцлау ваҡытына тура килмәҫкә тырышығыҙ. Прививка эшләтер өсөн үҙең менән паспорт, СНИЛС, прививкалар тураһында сертификат (булһа) кәрәк.
Шулай уҡ вирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеү өсөн “Госуслуги” порталы, “К врачу” мобиль ҡушымтаһы, “ДокторРБ” республика сайты, шулай уҡ 122 берҙәм колл-үҙәк телефоны аша яҙылырға мөмкин.
Нурия Бураҡанова, мәҙәни хеҙмәткәр:
  • Тәүге тапҡыр вакцина ҡаҙатҡанда тән һыҙланы. Икенсеһен 21 көндән яһанылар. Йөрәккә бәйле хроник сирлемен. Шулай ҙа ике прививканы ла сағыштырмаса еңел үткәрҙем, тип әйтергә ярай.
  • Динис Иҫәкәев, ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры:
    Һаулыҡ - ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр халыҡта. Июнь аҙаҡтарында яһатҡайным. Һуңынан ике көн тән һыҙлап, баш ауыртып торҙо. Температура күтәрелмәне былай
    Автор:Аклима Имамова
    Читайте нас: