Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Июль 2021, 01:20

Сәләмәт төбәк

Стәрлетамаҡ маршруты поезы Мәләүез районында эшләйәсәк, 5-9 июлдә Әбет ауылында буласаҡ. еләгәндәр тикшерелеү үтеп, коронавирустан прививка яһата ала.

19 апрелдән Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды, “Сәләмәтлек поездары” республикабыҙҙың төрлө райондарына юл алды. Бер нисә ай дауамында республика һәм район табиптары урындарҙа беренсе консультациялар уҙғара, лаборатор-диагностик тикшеренеүҙәр (ҡан анализдары, күҙҙең эске баҫымын үлсәтеү, ЭКГ, флюорография, УЗДГ һәм маммография) үткәрә, төрлө белгестәр профессиональ кәңәштәрен бирә, беренсе ярҙам күһәтә. Поездар составында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика комплекстары эшләй. Стоматология модуле лә бар. Теләгәндәр тикшерелеү үтеп, коронавирустан прививка яһата ала. Стәрлетамаҡ маршруты поезы Мәләүез районында эшләйәсәк, 5-9 июлдә Әбет ауылында буласаҡ. 19 апрелдән 30 июнгә тиклем “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында 181 белгес ҡатнашҡан, 35 287 кеше ҡабул ителгән. 1187 социаль йәһәттән төрлө сир асыҡланған, шул иҫәптән 205 кешелә - яман шеш, 167 кешелә – шәкәр диабеты, 26 кешелә туберкулез, 789 кешелә гипертония ихтималлығы бар, бер кеше миокард инфаркты кисергәне билдәләнгән.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: