ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Июль 2021, 16:29

Ярҙам ваҡытында өлгөрҙө

Республика санитар авиация хеҙмәте бригадаһы бала ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Өфөләге республика клиник балалар дауаханаһында кескәй пациентҡа махсус ярҙам күрһәтеп өлгөрәләр.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Уларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә "АНСАТ” вертолеты 2020 йылдың август айынан ауыр сирлеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡулланыла. Был еңел моторлы осоу аппараты заманса медицина модуле менән йыһазландырылған. Осош ваҡытында кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар бар, - ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева. - Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә пациентты тейешле урынға илтеү, махсус, шул иҫәптән, юғары технологиялы медицина ярҙамы алыуҙы тиҙләтә. Республика санитар авиация хеҙмәте бригадаһы махсус медицина ярҙамына мохтаж баланы Мәсәғүт район дауаханаһынан Өфөләге республика клиник балалар дауаханаһына илтте. Вертолет бортында медицина ярҙамына мохтаж пациенттарҙы ташыу өсөн бөтә шарттар бар. Бәләкәй пациенттың сәләмәтлеген медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы күҙәтте. Шул уҡ көндә балаға республика дауаханаһы белгестәре тарафынан ашығыс операция яһалды. Әле кескәй пациент клиниканың нейрохирургия реанимацияһында.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: