Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Июль 2021, 14:40

Шифалы рецепттар

Һалҡын тейгәндә йыш ашарға тәҡдим ителгән һарымһаҡтың уғы хәтәр шифалы. Хәҙер уны йыйыр мәл етте. Уның составында иммунитетты нығытыусы фитонцид тигән матдә күп. Бынан тыш һарымһаҡ уғы С, В6, В12 витаминдарына, организмды ҡартайыуҙы аҡрынайта торған антиоксиданттарға бай. Һарымһаҡ уғы ҡан составын яҡшырта, инфаркт, инсульт хәүефен кәметә. Организмдан токсиндарҙы сығарыуы, эсәктәге паразиттарҙан таҙартыуы менән дә иғтибарға лайыҡ ул. Һарымһаҡ уғы яман шеш сирен дә киҫәтә. Шулай уҡ аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан системаһын яйға һала, ирлек көсөн арттыра.Гастрит, язва, гепатит, геморрой, эпилепсиянан интеккәндәргә һарымһаҡ уғын ашау тыйыла.

Һалҡын тейгәндә йыш ашарға тәҡдим ителгән һарымһаҡтың уғы хәтәр шифалы. Хәҙер уны йыйыр мәл етте. Уның составында иммунитетты нығытыусы фитонцид тигән матдә күп. Бынан тыш һарымһаҡ уғы С, В6, В12 витаминдарына, организмды ҡартайыуҙы аҡрынайта торған антиоксиданттарға бай. Һарымһаҡ уғы ҡан составын яҡшырта, инфаркт, инсульт хәүефен кәметә. Организмдан токсиндарҙы сығарыуы, эсәктәге паразиттарҙан таҙартыуы менән дә иғтибарға лайыҡ ул. Һарымһаҡ уғы яман шеш сирен дә киҫәтә. Шулай уҡ аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан системаһын яйға һала, ирлек көсөн арттыра.
Гастрит, язва, гепатит, геморрой, эпилепсиянан интеккәндәргә һарымһаҡ уғын ашау тыйыла.
Һарымһаҡ уғынан шифалы рецепттар
Һалҡын ингаляция. Үләнде блендерҙа ваҡлап, 10 минут самаһы еҫен һулап ултырғанда тын юлдары таҙара, организмдағы бактериялар юҡҡа сыға.
Йөрәк ауыртҡанда бер стакан һыуға бер аш ҡалағы ваҡлап туралған һарымһаҡ уғын һалып, биш минут ҡайнатабыҙ ҙа, банкаға һалып, бер сәғәт төнәтәбеҙ. Йөрәккә шифаһы булһын өсөн әлеге төнәтмәне ашағандан һуң стакандың өстән бер өлөшөн эсеп ҡуйырға кәрәк.
Тынысландырыу өсөн һарымһаҡ уғын шул килеш өҙөп кенә ашау ҙа файҙалы. Нервы системаһы өсөн файҙалы В1,В12, С һәм никотин кислотаһына бай булғанлыҡтан, ул кәйефте күтәрә, хроник арығанлыҡты бөтөрә. Баш мейеһе лә яҡшы эшләй башлай.
Ҡулланырҙан алда врач менән кәңәшләшегеҙ.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: