Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Июль 2021, 23:02

Президент балаларҙы Ҡара диңгеҙгә ебәрергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин күрше Силәбе өлкәһендә ҡот осҡос янғындан һуң эвакуацияланған балаларҙы Ҡара диңгеҙгә ял итергә ебәрергә ҡушты. Был хаҡта ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслерға бәләгә тарыған балаларҙың ялын Ҡара дингеҙҙә ойошторорға ҡушты. Дәүләт башлығы губернаторға граждандарҙың янғында юҡҡа сыҡҡан торлағын тергеҙеү буйынса тәҡдимдәр эшләргә кәрәклеген әйтте. Янғын 14 мең гектар ерҙе ялмаған, ут һүндереүселәр тырышлығы менән 1800-ҙән ашыу йорт һаҡлап ҡалынған. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: