Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июль 2021, 20:41

Балаларға вакцина яһатыу мотлаҡмы?

Балаларҙы мотлаҡ вакцинациялау мәсьәләһе һәр ата-әсәне борсой. “РБК-Уфа” телеканалында тура эфирҙа медицина фәндәре докторы Елена Малышева бындай мөһим аҙымға барыр алдынан өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәреү кәрәклеген билдәләне. Балалар өсөн вакцина бер ниндәй хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел.

Балаларға вакцина яһатыу мотлаҡмы?
Балаларға вакцина яһатыу мотлаҡмы?

Балаларҙы мотлаҡ вакцинациялау мәсьәләһе һәр ата-әсәне борсой. “РБК-Уфа” телеканалында тура эфирҙа медицина фәндәре докторы Елена Малышева бындай мөһим аҙымға барыр алдынан өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәреү кәрәклеген билдәләне. Балалар өсөн вакцина бер ниндәй хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел. “Балалар һирәк ауырый һәм вафат булмай тиерлек. Тимәк, улар өсөн тотош вакцинация үткәреү прививканың бөтөнләй хәүефһеҙлеге иҫбатланғандан һуң ғына мөмкин. Был – принципиаль мәсьәлә”, - тине табип. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов та республикала бындай эпидемияға ҡаршы саралар планлаштырылмағанын белдерҙе. Эксперт Александр Драган фекеренсә, төбәктә сир кимәле 2,6 тапҡырға артты, ә дауаханаға һалыу осраҡтары арта. Коронавирустың “дельта” штаммы 40-60 процентҡа тиҙерәк тарала. Шуға күрә алдағы ике-өс аҙнала сирҙе йоҡтороу кимәле юғары буласаҡ. Аналитик фекеренсә, бындай хәл сентябрҙә лә һаҡланыуы ихтимал.

Фото: journalerimea.ru  

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: