Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Июль 2021, 12:12

Иммунизация кампанияһы дауам итә

Табиптар тажзәхмәткә ҡаршы прививка яһатмағанда сәләмәтлеккә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян булыуы ихтималлығы тураһында киҫәтһә, ябай халыҡ һаман да икеләнә. #стопкоронавирус#вакцинацияCOVID фото:pomedicine.ru

Иммунизация  кампанияһы дауам итә
Иммунизация кампанияһы дауам итә

Табиптар тажзәхмәткә ҡаршы прививка яһатмағанда сәләмәтлеккә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян булыуы ихтималлығы тураһында киҫәтһә, ябай халыҡ һаман да икеләнә. Әлбиттә, һәр кемдең организмы үҙенсәлекле һәм эҙемтә лә төрлөсә булыуы мөмкин.

Иммунизация  кампанияһы әүҙем дауам итә. Дауаханала  вакцинация бүлегенә кешеләр өҙлөкһөҙ прививка эшләтергә килә, ти табиптар. Прививка эшләтеү процесы күптән яйға һалынған. Килгән кеше башта анкета тултыра,  тикшереү  үтә.  Рөхсәт алғас, прививка эшләтә. Иммунизацияны тулыһынса үткәндәргә сертификат бирелә.

18 йәше тулған һәр кеше теләгән урында прививка эшләтә ала. Алдан аҙылырға кәрәкмәй. Бер генә талап, үҙең менән өс документ – паспорт, снилс, медицина страховкаһының булыуы мотлаҡ.
#стопкоронавирус#вакцинацияCOVID

фото:pomedicine.ru

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: