ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июль 2021, 15:35

Һөҙөмтәлерәк бер нәмә лә уйлап табылмаған

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йоғошло сирҙәр менән көрәштә кешелек вакцинацияға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк бер нәмә лә уйлап тапмаған, тик прививка ғына кешеләрҙе сәсәк, холера, ҡыҙылса һәм башҡа хәүефле сирҙәрҙән ҡотҡарған. Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.

Һөҙөмтәлерәк бер нәмә лә уйлап табылмаған
Һөҙөмтәлерәк бер нәмә лә уйлап табылмаған

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының күбеһен тажзәхмәт ҡапшап ҡараған икән. Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, 68-е яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыған. 64 проценты COVID-19 менән сирләһә, ауырымағандар йәки күптән ауырығандарҙың күбеһе прививкаланған. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы секретариаты хеҙмәткәрҙәре араһында ауырығандар аҙыраҡ, ә хеҙмәткәрҙәрҙең 70 проценттан ашыуы вакцина яһатҡан.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йоғошло сирҙәр менән көрәштә кешелек вакцинацияға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк бер нәмә лә уйлап тапмаған.

«Прививка кешеләрҙе сәсәк, холера, ҡыҙылса һәм башҡа хәүефле сирҙәрҙән ҡотҡарҙы. Ҡайһы бер йәштәр прививка эшләткәнсе, коронавирус менән ауырып, тәбиғи иммунитетҡа эйә булыу яҡшыраҡ тип иҫәпләй. Был яңылыш фекер, - тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе. - Беренсенән, сирҙән һуң даими иммунитет барлыҡҡа килмәй, күпмелер ваҡыттан һуң кеше йәнә ауырыуы ихтимал. Икенсенән, вирус йыш ҡына өҙлөгөүгә, һаулыҡ менән бәйле проблемаларға килтерә. Организмдың прививкаға ҡыҫҡа ваҡытлы реакцияһы сирҙең ауыр эҙемтәләре менән сағыштырғанда бер нәмә лә түгел».

Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: