Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Июль 2021, 16:34

Яңы вакцинаны кемгә һалырға табип билдәләй

«Спутник Лайт» вакцинаһы сир үткәргәндәргә (ярты йылдан һуң ғына), шулай уҡ медицина күрһәтмәһе буйынса тап ошо вакцина тәҡдим ителгән граждандарҙың айырым категорияларына тәғәйенләнгән. 

Яңы вакцинаны кемгә һалырға табип билдәләй
Яңы вакцинаны кемгә һалырға табип билдәләй

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, прививка яһау пункттарына «Спутник Лайт» яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе партияһы килде. «Спутник Лайт» вакцинаһы табип тәғәйенләүе буйынса ғына файҙаланыла. Республикаға бөтәһе 18 308 доза килтерелгән. Һәр вакцинация пунктына, беркетелгән халыҡ һанына ҡарап, 80-500 доза бүленә.

«Спутник Лайт» вакцинаһы сир үткәргәндәргә (ярты йылдан һуң ғына), шулай уҡ медицина күрһәтмәһе буйынса тап ошо вакцина тәҡдим ителгән граждандарҙың айырым категорияларына тәғәйенләнгән.  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, яңы вакцина ревакцинация өсөн һәм табип тәғәйенләүе буйынса ғына файҙаланыла. Вакцинаны табип һайлай. Ул кешенең ауырыу тарихынан сығып ниндәй вакцинаны ҡаҙатырға кәрәклеген билдәләй.

«Спутник Лайт» - Н.Ф.Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәгендә етештерелгән бер компонентлы вакцина. Ул, «Спутник V» вакцинаһы кеүек үк, 26-сы серотиптағы кеше аденовирусы нигеҙендә етештерелгән.

Фото:tj.sputniknews.ru

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: