Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Август , 11:01

Вакцинанан һуң ауырыуығыҙ ихтимал, әммә һеҙ йәшәйәсәкһегеҙ

COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланыуға Башҡортостанда ярты йыл инде. Әммә билдәле инфекционистар, микробиологтар, иммунологтар, врачтар халыҡ араһында ныҡлы аңлатыу эше алып барыуға ҡарамаҫтан, һаман да прививка эшләтеүгә төрлө кеше төрлөсә ҡарашта. Эйе, вакцина бөтәһенә лә бер төрлө генә тәьҫир итмәй. Кемгәлер бер ниндәй ҙә реакция бирмәй, ә икенсе кешенең тән температураһы күтәрелергә мөмкин. Баш әйләнеү, хәлһеҙлек, ауыртыу күҙәтелеүе лә ихтимал. Әммә вакцинациянан һуң вафат булыу осрағы теркәлмәгән!

Вакцинанан һуң ауырыуығыҙ ихтимал, әммә һеҙ йәшәйәсәкһегеҙ

COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланыуға Башҡортостанда ярты йыл инде. Әммә билдәле инфекционистар, микробиологтар, иммунологтар, врачтар халыҡ араһында ныҡлы аңлатыу эше алып барыуға ҡарамаҫтан, һаман да прививка эшләтеүгә төрлө кеше төрлөсә ҡарашта.

Эйе, вакцина бөтәһенә лә бер төрлө генә тәьҫир итмәй. Кемгәлер бер ниндәй ҙә реакция бирмәй, ә икенсе кешенең тән температураһы күтәрелергә мөмкин. Баш әйләнеү, хәлһеҙлек, ауыртыу күҙәтелеүе лә ихтимал. Әммә вакцинациянан һуң вафат булыу осрағы теркәлмәгән!

Район хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы Илмира Фәйзуллина коронавирусҡа ҡаршы прививкаға үҙ теләге менән барған.

- Иң беренсе, әсәй-атайымды уйланым, сөнки һәр ваҡыт уларҙың эргәһенә ҡайтып йөрөйөм. Икенсенән, вакцинация буйынса белгестәрҙең әңгәмәләрен даими ҡарап барҙым. Бигерәк тә медицина фәндәре докторы, микробиолог, БДМУ профессоры Марсель Тойғоновтың радиоға, телевидениеға биргән интервьюларын тыңланым. Ниндәй генә осорҙо алма, йоғошло ауырыуҙарҙың бөтәһе лә тиерлек тик прививка эшләтеү юлы менән юҡҡа сыҡҡанлығын башҡортса, барыһына ла аңлайышлы итеп һөйләне. Өсөнсөнән, былтыр Башҡортостандың бик күп күренекле кешеләре коронавирустан вафат булды. Күреп белгән, хөрмәт иткән Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин, композитор Зөһрә Фәйзуллина, йырсы Бибисара Азаматова, шулай уҡ Әмир Ишемғолов, Ришат Дихиндың, Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың араларҙан китеүе тетрәндерҙе. Ошо тетрәнеүҙәр мине прививка эшләтергә этәрҙе лә инде.

Вакцинаның ике компонентын да яҡшы үткәрҙем. Өс көн тирәһе мунса инергә, укол урынын һыуларға ярамай, башҡа сикләүҙәр юҡ. Температура булһа, уны төшөрә торған дарыу эсергә ҡушырға иҫкәрттеләр – бына шул ғына, - ти Илмира Юлай ҡыҙы.

“Мин коронавирус менән ауырыным, тимәк, иммунитетым бар, шуға күрә прививка эшләтмәйем”, - тигәндәр күп. Әммә коронавирус менән сирләүгә ҡарамаҫтан, прививка яһатырға кәрәк. Дөрөҫ, сирҙе үткәргән кешеләрҙә вирусҡа ҡаршы тәбиғи иммунитет барлыҡҡа килә, тик әлегәсә уның оҙайлымы, юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Ә вакцинаның вирустан һаҡлауы билдәле. Сирләгән осраҡта ла уны еңелерәк үткәрәһең.

Йәш һәм сәләмәт булыуығыҙ арҡаһында һеҙ сирҙе һиҙмәҫкә лә мөмкин, ә ғаиләгеҙҙәге хәүеф төрөкөмөндәге йәки оло туғанығыҙға йоҡторһағыҙ, үҙегеҙҙе ғәфү итерһегеҙме?

Вакцинанан һуң ауырыуығыҙ ихтимал, әммә һеҙ йәшәйәсәкһегеҙ
Автор:Лена Абдрахманова