Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Август 2021, 08:40

Башҡортостанда “Сәләмәт ауыл” проекты старт алды

Проект сәләмәт тормошто, айыҡлыҡты пропагандалау өсөн генә түгел, ә яңы короноавирус инфекцияһына ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу ниәте менән иң төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәргә лә вакцина һалдырыуға булышлыҡ итеү маҡсаты менән барлыҡҡа килде. Унда 31 авгусҡа тиклем бөтә тораҡ пункттар ҙа, медицина хеҙмәткәрҙәре, старосталар, йәмәғәт ойошмалары һәм башҡалар ҡатнаша ала.

Башҡортостанда “Сәләмәт ауыл” проекты старт алды
Башҡортостанда “Сәләмәт ауыл” проекты старт алды

Проект сәләмәт тормошто, айыҡлыҡты пропагандалау өсөн генә түгел, ә яңы короноавирус инфекцияһына ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу ниәте менән иң төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәргә лә вакцина һалдырыуға булышлыҡ итеү маҡсаты менән барлыҡҡа килде. Унда 31 авгусҡа тиклем бөтә тораҡ пункттар ҙа, медицина хеҙмәткәрҙәре, старосталар, йәмәғәт ойошмалары һәм башҡалар ҡатнаша ала.

Прививканы күпләп эшләткән берәмектәрҙе асыҡлау маҡсатында критерийҙар билдәләнгән. Шуның иң мөһиме – вакцина эшләтергә тейешле граждандарҙы күберәк йәлеп итеү, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, ошо йүнәлештә акциялар, саралар, әңгәмәләр үткәреү. Проектҡа йомғаҡ яһағанда алдынғылар диплом һәм аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк.

Колл-үҙәк эшләй башланы

Районда 60-тан өлкән йәштәге граждандарға прививка эшләтеү кәрәклеге хаҡында иҫтәренә төшөрөп шылтыратыу маҡсатында колл-үҙәк эшләй башланы.

“Был йүнәлештә, йәғни телефон аша халыҡҡа мәғлүмәт биреү буйынса беҙҙең тәжрибә бар. Үҙҡурсаланыу ваҡытында 60-тан өлкән йәштәгеләргә шылтыратып, уларға мөмкин тиклем өйҙә ҡалырға тырышыуҙарын, һаҡлыҡ сараларын үтәүен һорап мөрәжәғәт иттек. Әлеге ваҡытта ла ирекмәндәр кәрәкле аҙыҡ-түлек, дарыу килтереүгә заявка ҡабул итеүен, иҫкәртеү сараларын үтәргә кәрәклеге хаҡында иҫтәренә төшөрөүен дауам итә, - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков. - Өлкән йәштәге мәләүездәрҙе вакцинация үтергә саҡыра башланыҡ. Бындай саралар кәрәк, сөнки ҡайһы берәүҙәр вакцинаны ҡайҙа һалдырырға икәнлеген белмәҫкә лә мөмкин.

Иштуғандар коронавирусҡа ҡаршы нисек көрәшә?

Иштуған ауылында 300-гә яҡын кеше йәшәй. Шуның 50-нән ашыуы – өлкән йәштәгеләр. 1 йәшкә тиклем – 1, 14 йәшкә тиклем 38 бала иҫәпләнә.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Таңһылыу Зәки ҡыҙы Әлмөхәмәтова билдәләүенсә, иштуғандар үҙенең һаулығына, сәләмәт тормош алып барыуға бер ҡасан да битараф булманы. Яңы коронавирус инфекцияһы таралғанға тиклем 60 йәштән өлкәндәр өсөн ойошторолған диспансеризацияға ла әүҙем йөрөгәндәр. Быйыл йәй башында “Һаулыҡ автопоезы”нда ла ҙур теләк менән медицина тикшереүе үткәндәр. Окулист, гинеколог, кардиолог, уролог кеүек белгестәргә күренгәндәр, ВИЧ-ҡа, шулай уҡ дөйөм анализдар биргәндәр. “Әммә аңлатыу эше алып барылһа ла, әңгәмәләр үткәрелһә лә, әлегә яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләтергә икеләнеүселәр күп әле. 60 йәштән өлкәнерәктәр араһында прививканы 3 кеше генә һалдырҙы”, - ти ул.

Бөтә йоғошло ауырыуҙы вакцина ғына еңгән

Педагогия хеҙмәте ветераны Сәлимә Носратуллинаға – 74 йәш. Ул ололар араһында тажзәхмәткә ҡаршы прививканы беренселәрҙән булып эшләткән. Быны ул шулай тип аңлата: “Улдарым да, үҙем дә бер ниндәй шикләнеүһеҙ барып вакцинация үттек һәм дөрөҫ эшләнек, тип уйлайым. Үҙебеҙ ауырымаҫ һәм башҡаларға йоҡтормаҫ өсөн! Быға тиклем дә ҡурҡыныс йоғошло сирҙәрҙе тик коллектив прививка эшләтеп кенә туҡтатҡандар. Коронавирусты ла фәҡәт ошо юл менән еңергә мөмкин”.

Эй, ҡатын-ҡыҙ, нисә йәштә лә матур булғыһы килә

Ғәйшә Игбаева – Иштуған ауылының иң оло кешеһе, уға 95 йәш. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле һаман етеҙлеген, зирәклеген юғалтмаған әле ул. Балаларына ауырлыҡ һалғыһы килмәй, үҙен-үҙе ҡарап, ҡулынан килгәнсә донъя көтөп, кәзә һауып, ҡарттарса һәүетемсә генә йәшәп ята. Бала сағы, үҫмерлек осоро дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән. “Үҙемде белгәндән алып, ҡул ҡаушырып ултырғанымды иҫләмәйем. Һөйәктәр ҙә нығынмаған көйө тиҫтерҙәрем менән бергә урман да ҡырҡтым, һал да ағыҙҙым, иген дә иктем. Эшләмәгән эш ҡалманы. Ауыр хеҙмәттә сынығыу, һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу, изге уйҙар ғүмер оҙонлоғон билдәләгәндер инде”, - ти ул. Фельдшер Таңһылыу Зәки ҡыҙы әйтеүенсә, Ғәйшә инәй бер ҡасан да һаулығына зарланмаған. Фотоға төшөргә сыҡҡас, йылмайһам, күҙем ҡыҫылырмы икән, тешем күренерме икән, тип уңайһыҙланған булды. Эй, ҡатын-ҡыҙ, нисә йәштә лә матур булып күренергә теләй шул...

“Ҡатын-ҡыҙ сере” – сәләмәт булыуҙа

Биш йыл элек Салауаттан Баязитовтар ғаиләһе килеп төпләнгәс, әүҙем, сәләмәт тормош менән йәшәгән ауыл икенсе һулыш ала. Людмила Баязитованың ижтимағи-мәҙәни үҙәктә “Ҡатын-ҡыҙҙар сере” тип аталған клуб асып ебәргәс, унда төрлө йәштәге гүзәл заттар ҙур теләк менән йөрөй. Унда улар уңған хужабикә белергә тейешле шөғөлдәргә генә өйрәнмәйҙәр, тормош тәжрибәләре менән уртаҡлашалар, ауылда үткән байрамдарҙа, сараларҙа ҡатнашалар. Ә иң мөһиме – сәләмәт йәшәүгә ҙур иғтибар бирәләр.  Иштуғанда бигерәк тә оло йәштәгеләр араһында скандинавса йөрөү киң таралған. Аэробика, фитнесты ла үҙ итә улар. Ауыл биләмәһе хакимиәте, фельдшер, ижтимағи-мәҙәни үҙәк, китапхана менән бергә ауыл халҡы, балалар өсөн айыҡ тормош, һаулыҡ, хәүеф факторҙары тураһында әңгәмәләр, осрашыуҙар, байрамдар үткәрәләр.

Йомғаҡлау урынына

Оло йәштәгеләр COVID-19-ҙан вакцинаны еңелерәк үткәрә, йәғни юғары температураһыҙ, ауыртыныуһыҙ, тип аңлата белгестәр. Ҡайһы бер йәштәрҙең ауыр кисереүе уларҙың иммунитеты көслө булыуына бәйле икән. Шуға ла прививкаға реакция барлыҡҡа килә.

Вакцина эшләткәс, ауырыу урап үтә, тип уйларға ярамай. Һаҡланыу сараларын үтәү мотлаҡ: күп кеше булған урында битлек кейергә, социаль дистанция һаҡларға һәм гигиена талаптарын күҙәтергә кәрәк. Сәлимә Сәмиғулла ҡыҙы кеүек, эҫе булһа ла, магазин да, транспортта мотлаҡ битлек кейегеҙ.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Башҡортостанда “Сәләмәт ауыл” проекты старт алды
Башҡортостанда “Сәләмәт ауыл” проекты старт алды
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: