Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Август , 11:19

Махсус интерактив карта аша күҙәтергә була

Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан  интерактив картала сирлеләр, һауыҡҡандар һәм вафат булғандар һаны, шулай уҡ ваҡытлыса сикләүҙәр тураһында  көн һайын яңыртылған мөһим мәғлүмәт бирелә. Проект кешегә пандемия ваҡытында сирҙе йоҡтороуҙан һаҡланырға, тормошто планлаштырырға ярҙам итәсәк.   Фото:спорт-сайдыы.томпо-обр.рф

Махсус интерактив карта аша күҙәтергә була

-Тотош алғанда Башҡортостанда коронавирус менән хәл тотороҡло, койка фонды етерлек. Әммә тынысланырға ярамай, – ти республика Башлығы Радий Хәбиров.– Вакцинация темпын үҫтерергә кәрәк, айырыуса артта ҡалған муниципалитеттарҙа.

Сервис “Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһы менән берлектә  “Диалог” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма әҙерләне. “Диалог” ойошмаһы генераль директоры Алексей Гореславскийҙың әйтеүенсә, пандемияның тәүге тулҡынында уҡ карта эшләгән, унда сикләүҙәрҙе алыу этаптары реаль ваҡытта сағылдырылған. Картаны айына ҡараусылар һаны 56 миллионға еткән.

– Коронавирустың беҙҙең тормошобоҙҙан тиҙ генә китмәүе билдәле, эпидемиологик хәл илдә ҡатмарлаша, төбәктәр яңынан сикләүҙәр индерә. Шуға күрә беҙ интерактив карта эшен тергеҙергә булдыҡ. Башланғысты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова хупланы, – тине Алексей Гореславский.

Башҡортостанда дөйөм туҡланыу, мәҙәниәт һарайҙары, матурлыҡ салондары, шифаханалар  һәм башҡа социаль объекттар ғәҙәти режимда эшләй. Музейҙарға, төнгө клубтарға һәм ябыҡ режимда үткән  спорт сараларына барғанда прививка тураһында сертификат йәки медицина күрһәтмәһе талап ителә.Башҡортостанда COVID-19 буйынса сикләү сараларын стопкорнавирус.рф рәсми порталында махсус интерактив карта ярҙамында күҙәтергә мөмкин.

Фото:спорт-сайдыы.томпо-обр.рф

Автор:Aйзиряк Ишбулатова