Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Август 2021, 09:44

Ауырып ятҡанға ҡарағанда прививка эшләтеү яҡшыраҡ

Ужа фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл халҡы өсөн элек тә төп дауалау учреждениеһы булды һәм хәҙер ҙә шулай. “Һаулыҡ” милли проектына ярашлы заманса төҙөкләндерелгән, яңыса талаптарға һәм санитария нормаларына яуап биргәнгә генә түгел. Ә фельдшер Надежда Максимкинаға ныҡ ышанғандары һәм хөрмәт иткәндәре өсөн. Уның тураһында өлкән йәштәгеләр: “Надежда Николаевна ярҙамында йәшәйбеҙ”, - тип бик тә дөрөҫ әйтә.

Бына ҡырҡ йылдан ашыу ул үҙенең яҡташтары һаулығы һағында тора. Тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, сирленең йәше-ҡартына ҡарамай, өйөнә барыу, укол яһау, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү - уның көндәлек эше. Бынан тыш, ауылдаштары араһында йоғошло инфекцияларҙы иҫкәртеүгә, дөрөҫ туҡланыу күнекмәләре биреүгә, зарарлы ғәҙәттәрҙән арындырыуға етди иғтибар бүлә.

-Ауыл халҡы сәләмәт тормош алып барырға тырыша. Уларҙың урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына сирләгәндә генә түгел, ә ауырымаҫ өсөн килеүе айырыуса ҡыуандыра, - ти Надежда Николаевна.

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививканың районға килеп еткәнен көтөп алғандар бар, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр. Мәҫәлән, Антонина һәм Владимир Головиндар ғаиләһе COVID-19-ға ҡаршы вакцинаны тәүгеләрҙән булып һалдырған. 1934 йылғы Анна Полуэктова ла ҡурҡыныс сирҙән тик прививка ярҙамында ҡотолоу юлын күргән. Яҙғы-йәйге осорҙа дачаһында йәшәргә килгән 65 йәшлек Мария Чуйкова ла: “Йәшәр өсөн мотлаҡ организмды иммунлаштырыу кәрәк. Шунһыҙ йоғошло инфекцияны еңеп булмай”, - ти. Любовь һәм Николай Арисовтар: “Ауырып ятҡанға ҡарағанда привививка эшләтеү еңелерәк, тип ғаилә менән барып, вакцинация үттек”, - тиҙәр.

Өлкән быуында прививкаға ҡарата ошондай фекер формалашыуында, әлбиттә, фельдшерҙың роле бик ҙур. Бөгөн унда ҡырҡтан ашыу граждан ике компонентты ла алып, иммунизацияны тулыһынса үткән. Беренсеһен 2-әү эшләткән. Тағы Ужанан 8 кеше, Һамар-Ивановканан 12 кеше вакцина килеүен көтә.

-Вакцинация – беҙҙең ҡәҙимге тормошҡа күсеү өсөн берҙән-бер юл. Быны ауыл халҡы яҡшы аңлай, яйлап барыһы ла прививкаға ҡарата ҡарашын үҙгәртә башлауы ҡыуандыра. Вакцина һалдырыу – ул бөгөн хеҙмәттәштәрең, туғандарың һәм хатта Тыуған ил алдындағы ҙур яуаплылыҡ тойғоһо, - ти фельдшер.

Ауырып ятҡанға ҡарағанда прививка эшләтеү яҡшыраҡ
Ауырып ятҡанға ҡарағанда прививка эшләтеү яҡшыраҡ
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: