+16 °С
Болотло
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан тағы бер вакцинаны теркәне. “ЭпиВакКорона-Н” – дарыу сараларынан дәүләт реестрына индерелгән бишенсе вакцина. Ул апрелдә теркәлгән пептидлы “ЭпиВакКорона” вакцинаһының яңыртылған варианты булып тора. Айырмаһы – етештереүҙең технологик үҙенсәлегендә, яңыһында синтезлау уңайлы булһын өсөн ике пептид берләштерелгән, тип аңлата “Вектор” ғалимдары.
Фото:ria.ru