Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Декабрь 2021, 13:55

Организмығыҙға магний етәме? (Тест)

0 -10 балл. Организмда магний етерлек. Дөрөҫ туҡланыу һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуығыҙ һөҙөмтәһе был! 10 - 15 балл. Магний запасы аҡрынлап кәмей бара. Һуңғы арала стресҡа тиҙ бирешә башлауығыҙҙҙы үҙегеҙ ҙә һиҙгәнегеҙҙер. Шуға күрә тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ, организмға физик яҡтан ауырлыҡ килтереүҙән һаҡланығыҙ. Магнийға бай кешью, миндаль, фундук, ҡыҙҙырылған көнбағыш, ҡарабойҙай ашарға һәм минераль һыу эсергә кәңәш ителә. 15 - 24 балл. Организмығыҙға магний етмәй, ваҡытында сараһын күрмәһәгеҙ, был ашҡаҙан, йөрәк эшмәкәрлегенә зыян килтерәсәк. Көҙән йыйырыу күҙәтелергә мөмкин. Бындай осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Организмығыҙға магний етәме? (Тест)
Организмығыҙға магний етәме? (Тест)

Ҡулдарығыҙ һәр саҡ ҡоромо?

- ҡулым һәр саҡ дымлы була (2)

- эйе (0)

- төрлөсә (1)

Аҙ калориялы диетала ултыраһығыҙмы?

- эйе, даими рәүештә (2)

- булғылай (1)

- бер ҡасан да ултырғаным юҡ.(0)

Борсаҡ кеүек ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙе айға бер тапҡырҙан да аҙыраҡ ашайһығыҙмы?

- төрлөсә була (1)

- эйе (1)

- юҡ, ҡуҙаҡлыларҙан ризыҡ һәр саҡ өҫтәлемдә бар (0)

Шпинат, йәшел ноҡот босағы кеүек йәшелсәнехатта йәй көнө лә аҙнаһына өс тапҡырҙан да аҙыраҡ ашайһығыҙмы?

- эйе (2)

- юҡ (0)

-  ҡасан тура килә (1)

Ҡыҙҙырыр алдынан картуфты һыуҙа оҙаҡ тотаһығыҙмы?

- эйе, бер нисә сәғәт һыуҙа тотҡандан һуң ғына ҡыҙҙырам (0)

- таҙартҡандан һуң артынса (2)

- төрлөсә була (1)

Төнө аяғығыҙҙы көҙән йыйырғаны бармы?

- юҡ (0)

- бик йыш (2)

- ҡай саҡта булғылай (1)

Ризыҡ һайлағанда составында минераль матдәләр булыу-булмауға иғтибар итәһегеҙме?

- әлбиттә (0)

- составын ҡарарға ҡайһы саҡта онотам (1)

- бер ҡасан да иғтибар иткәнем юҡ (2)

Һөҙөмтә

0 -10 балл. Организмда магний етерлек. Дөрөҫ туҡланыу һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуығыҙ һөҙөмтәһе был!

10 - 15 балл. Магний запасы аҡрынлап кәмей бара. Һуңғы арала стресҡа тиҙ бирешә башлауығыҙҙҙы үҙегеҙ ҙә һиҙгәнегеҙҙер. Шуға күрә тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ, организмға физик яҡтан ауырлыҡ килтереүҙән һаҡланығыҙ. Магнийға бай кешью, миндаль, фундук, ҡыҙҙырылған көнбағыш, ҡарабойҙай ашарға һәм минераль һыу эсергә кәңәш ителә.

15 - 24 балл. Организмығыҙға магний етмәй, ваҡытында сараһын күрмәһәгеҙ, был ашҡаҙан, йөрәк эшмәкәрлегенә зыян килтерәсәк. Көҙән йыйырыу күҙәтелергә мөмкин. Бындай осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Организмығыҙға магний етәме? (Тест)
Организмығыҙға магний етәме? (Тест)
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: