Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Ғинуар 2022, 11:35

Шыршығыҙҙы сығарып ташламаһағыҙ

Яңы йыл байрамында өй түрен аҡ шыршы (пихта) биҙәне. Ә ылыҫлы ағастың энәләрен дә файҙаланырға мөмкинлеге тураһында беләһегеҙме?

Шыршығыҙҙы сығарып ташламаһағыҙ
Шыршығыҙҙы сығарып ташламаһағыҙ

 

Яңы йыл байрамында өй түрен аҡ шыршы (пихта) биҙәне. Ә ылыҫлы ағастың энәләрен дә файҙаланырға мөмкинлеге тураһында беләһегеҙме?

Шыршы майы күп сирҙәрҙән дауа булып тора: бронхит сиренән ҡотҡара, тымауҙы бөтөрә, ауыртыуҙы баҫа.Уны астма, пневмония, грипп ваҡытында ҡулланалар. Йүтәлләгәндә арҡаға, күкрәккә һөртөп, еңелсә массаж эшләргә кәрәк.

Биш тамсы пихта майын һыу менән ҡушып аромашәмгә һалырға кәрәк. Шул рәүешле бүлмәне дезинфекциялап, бактерияларҙан ҡотолорға мөмкин.

Эҫе һыуҙа, парҙа яңылыш тән бешергәндә, аҡ шыршы майын һөртһәң, ауыртыу баҫыла.

Йүтәлләгәндә эмалле кәстрүлгә ҡайнап торған һыуға өс-дүрт тамсы май тамыҙып, башты тамсы менән ҡаплап, шифалы парҙы һуларға мөмкин.

Тымау тейгәндә танау тишегенә бер-ике тамсы май тамыҙһаң да файҙаһы тейә. Аҡ шыршы майы йүткереүҙе лә бөтөрә.

Грипп, ОРЗ, ОРВИ ваҡытында, үпкә ялһынғанда, күкрәкте ҡоро туҡыма менән ышҡып, аҡ шыршы майы һөртөп, ябынып йоҡлау ҙа бронхит сиренә ҡаршы һәйбәт сара булып тора. Уның өсөн биш-алты сәғәт һайын арҡа, күкрәкте яҡшылап ышҡырға, массаж яһарға кәрәк.  Һәр процедуранан һуң сирлене яҡшылап ябындырырға, йөн нәски кейҙерергә, өҫтөнә йылы юрған ябырға һәм дарыу үләндәре төнәтмәһен эсерергә кәңәш ителә. Иртән һәм кисен тел төбөнә өс-биш тамсы аҡ шыршы йәки кунжут майы тамыҙһаң да, файҙаһы теймәй ҡалмаҫ.

Әҡлимә ИМАМОВА.

 

Шыршығыҙҙы сығарып ташламаһағыҙ
Шыршығыҙҙы сығарып ташламаһағыҙ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: