Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2022, 13:40

Баш ауыртыуын дарыуһыҙ нисек баҫырға?

Башы ауыртыуға зарланғандарға аҙнаһына ике-өс мәртәбә башына массаж эшләү кәрәк. Шунан һуң баш өйәнәге күпкә еңелерәк уҙа йә иһә бөтөнләйе бөтә. Массаж ҡан әйләнешен яҡшырта. Ул кешене тынысландыра ла. Дөрөҫ яһалһа, ҡан баҫымын дә төшөрөргә ярҙам итә.

Ике ҡулдағы баш һәм һуҡ бармаҡтар ярҙамында  өҫлө-аҫлы ҡаш буйлап ауырттырып баҫып сикәгә табан һыпырырға.  Бармаҡтар еңел хәрәкәт итһен өсөн махсус крем һөртөргә онотмағыҙ. Массаж эшләгән урын ҡыҙара, бер аҙҙан баҫып һыпырған ер үҙен һиҙҙерә башлай. Уға артыҡ иғтибар итергә кәрәк түгел. Бер аҙҙан баш ауыртыуы ебәреүен үҙегеҙ ҙә тойорһоғоҙ.

Ауыртыу муйын тирәһендә ҡан ултырыуҙан да барлыҡҡа килә. Сөнки мускулдар таш кеүек ҡата. Муйынды йомшартыу өсөн, уны төрлө яҡҡа борғолағыҙ. Иң элек башты өҫкә күтәрегеҙ, аҙаҡ аҫҡа төшөрөгөҙ, ауырлыҡ килтермәйенсә генә уңға-һулға бороғоҙ һәм түңәрәк хәрәкәт менән күнегеүҙе тамамлап ҡуйығыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: