Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Май 2022, 14:25

Шәфҡәтле шәфҡәт туташы

- Беҙҙең эштә башҡаларҙың хәленә инә белеү иң төп сифаттарҙың береһелер. Кеше ауырымаһа, дауахана юлын тапамай бит инде, - ти Гүзәл Ғәлимулла ҡыҙы Төхвәтуллина.

Шәфҡәтле шәфҡәт туташы
Шәфҡәтле шәфҡәт туташы

Ашарға тешең бөтһә, эшләргә көсөң бөтөр, тигән һүҙҙәр юҡ урында әйтелмәгән. Теш - кеше организмының үҙаллы тергеҙелмәгән бер өлөшө икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Стоматолог кабинетын урап уҙырға, унда эләкмәҫкә тырышҡандарға ла, иртәме-һуңмы, врачҡа мөрәжәғәт итергә тура килә һәм, ғәҙәттә, уның бүлмәһенән кеше бер ваҡытта ла өҙөлмәй. 

Район дауаханаһының теш дауалау поликлиникаһының тиҙ ярҙам күрһәтеү кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләгән Гүзәл Төхвәтуллина менән дә беҙгә эш ваҡытында ғына аралашыу форсаты тейҙе.

Стәрлетамаҡ медицина училищеһының Күмертау филиалын тамамлаған Гүзәл Ғәлимулла ҡыҙы хеҙмәт юлын 1993 йылда көндөҙгө стационарҙа медсестра булып башлай, 2008 йылда стоматология поликлиникаһына күсә һәм бөгөнгәсә шунда эшләй.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә утыҙ йылға яҡын эш стажы булған хеҙмәткәр әйтеүенсә, ул кешеләргә ярҙам итә алыуы менән бәхетле.

- Беҙҙең эштә башҡаларҙың хәленә инә белеү иң төп сифаттарҙың береһелер. Кеше ауырымаһа, дауахана юлын тапамай бит инде, - ти Гүзәл Ғәлимулла ҡыҙы.

Әңгәмәсемдең һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар, сирле саҡта беҙ күҙ төбәп тап врачтарға һәм медсестраларға барабыҙ, уларҙың ярҙамына өмөтләнәбеҙ.

Үҙен изге һөнәрҙә тапҡан, башҡаларға файҙалы булып йәшәүҙе бәхет иткән гүзәл яҡташыбыҙ Гүзәл Төхвәтуллинаны ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы, шәфҡәтле шәфҡәт туташы тип әйтергә була.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: