Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Июнь 2022, 16:35

Файҙалы икәнлеген белеп ашағыҙ

Йәй башында баҡсаларҙа редиска өлгөрә башлай. Хеҙмәттәшебеҙ Мәрхәбә апай бөгөн беҙҙе ошо файҙалы йәшелсә менән һыйланы әле. Ә һеҙ уның ни ҡәҙәр файҙалы икәнен беләһегеҙме?

 

Йәй башында баҡсаларҙа редиска өлгөрә башлай. Хеҙмәттәшебеҙ Мәрхәбә апай бөгөн беҙҙе ошо файҙалы йәшелсә менән һыйланы әле. Ә һеҙ уның ни ҡәҙәр файҙалы икәнен беләһегеҙме? Беренсенән, ул яман шештән һаҡлай. Редистың ҡыҙыл төҫө флавонидтарға бай, онкологик ауырыуҙарҙы киҫәтә. Икенсенән, редис  - С витамины сығанағы. 250 грамм редискала тәүлек нормаһы витамин бар. Өсөнсөнән, редис йөрәк, ҡан тамырҙары стенкаһын нығыта, ҡанды шыйығайта, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымын төшөрә.

Редисканың өтөп ала торған тәме бауыр өсөн файҙалы. Ул организмды шлактарҙан, токсиндарҙан таҙарта, шеште ҡайтара, баш ауыртыуын, йүтәлләүҙе баҫа. Уның һуты астма, бронхит менән сирлеләргә бик файҙалы. Һулыш юлында йыйылған ҡаҡырыҡтан арындыра, йүтәлде туҡтата. Иммунитетты нығыта. Ғөмүмән, һанаһаң, файҙалы яҡтарының осона сығырлыҡ түгел. Редисты ашағыҙ, файҙалы икәнлеген белегеҙ!

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: