Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Июль , 16:00

Күҙегеҙ яҡшы күрәме?

Ниндәй китап уҡырға яратаһығыҙ?  Минең өҫтәлдә күбеһенсә тарихи әҫәрҙәр, дарыу үләндәре тураһында китап урын алған. Һуңғыларына туҡталып үтке килә. Сталиндың ейәнсәрен, күп чиновниктарҙы дауалаған билдәле врач Лидия Панованың китабын бер тынала уҡып сыҡтым. Лидия Александровна - 50 йыл стажлы врач, астма, диабет, онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа күп сирҙәрҙе дауалауҙа  күп уңыштарға өлгәшкән. Китап уҡырға ваҡыттарын әрәм итергә теләмәгәндәргә, ә бәлки  күҙҙәре насар күргәндәргә, күҙлек ташларға теләгәндәргә Лидия Александровнанан яҡшы кәңәш.

 

Ниндәй китап уҡырға яратаһығыҙ?  Минең өҫтәлдә күбеһенсә тарихи әҫәрҙәр, дарыу үләндәре тураһында китап урын алған. Һуңғыларына туҡталып үтке килә. Сталиндың ейәнсәрен, күп чиновниктарҙы дауалаған билдәле врач Лидия Панованың китабын бер тынала уҡып сыҡтым. Лидия Александровна - 50 йыл стажлы врач, астма, диабет, онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа күп сирҙәрҙе дауалауҙа  күп уңыштарға өлгәшкән.

Китап уҡырға ваҡыттарын әрәм итергә теләмәгәндәргә, ә бәлки  күҙҙәре насар күргәндәргә, күҙлек ташларға теләгәндәргә Лидия Александровнанан яҡшы кәңәш.

Бармаҡтан бер тамсы ғына ҡанды һығып сығарғас, уны бер балғалаҡ һыуҙа болғатырға ла көн дауамында күҙгә тамыҙырға. Баҡтиһәң, ҡан клеткаһында  беҙҙең һаулыҡ тураһында бар мәғлүмәт һаҡлана икән. Ҡалған шыйыҡсаны ҡапҡаслы һауытта һаҡларға.

Икенсе ысул уринотерапияға ҡағыла. Күҙҙе көндөҙгө (тик иртәнге түгел) бәүел менән сайҡатырға.

Өсөнсө ысул күҙгә физзарядканан тора. Күҙҙе киң итеп асып, йомоп, шул хәрәкәтте 10 мәртәбә ҡабатларға. Күҙ йәштәре барлыҡҡа килергә тейеш, ти автор. Унан һуң, керпектәрҙе төшөргән килеш, күҙ алмаларын уңға-һулға йөрөтөргә.

Автор:Аклима Имамова