Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Август 2022, 17:25

Аш-һыу бешергәндә кем ниндәй тәмләткестәр ҡуллана?

Уның орлоғо хәтерҙе яҡшырта. Тағы күп сирҙәрҙе дауалау һөҙөмтәһе бар.

 

Аш-һыу бешергәндә кем ниндәй тәмләткестәр ҡуллана?Тоҙ-боростан башҡа лавр һалып ебәргән булабыҙ, һарымһаҡ менән керән япрағы йәшелсә консервалағанда өҫтәйбеҙ. Ғомүмән, күберәк уларҙың үҙебеҙҙә үҫкәндәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ.

Беренсе, икенсегә ашамлыҡ бешергәндә һәр төрлө үлән ҡушырға яратҡан әхирәтем бар. Гәзит уҡыусыларға зира тип аталған орлоҡтоң файҙаһы тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Ҡарап тороуға уның орлоғо аҡ әнискә оҡшаған. Сығышы менән Египет, Һиндостан, Ҡытай, Урта диңгеҙ яҡтарынан килгән тәмләткес кулинарияла ғына ҡулланылмай, өҫтәүенә дарыу сығанағы ла. Организмда гемоглобин түбәнме? Зираның составында кумин - тимер сығанағы.

Ашҡаҙан эшкәртеүенә яҡшы һөҙөмтәһе бар. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ашҡаҙан, бауыр рагы сиренән һаҡлауы, диабет ауырыуын иҫкәртеүен асыҡлағандар.

Ауырлы йә бала имеҙгән ҡатындарға ла зира төнәтмәһе файҙалы. Токсикоз симпотомын бөтөрә, лактацияны яҡшырта. Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда, иммунитет кәмегәндә, йоҡоһоҙлоҡтан, һыуыҡ үткәндә, астма, бронхит, анемия, тире, онкология ауырыуҙары һәм һимеҙлектән йонсоғандарға файҙаһы күп. Ҡан баҫымы һикергәндә бер стакан  төнәтмәһен өскә бүлеп көнөнә эсеп ҡуйыу ҙа файҙалы. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсойһоғоҙмо? Бананды, зира орлоғон иҙеп, организмдың өйрәнеп китеүенән ҡурҡмайынса кистән ҡабып ҡуя алаһығыҙ.

Зираның төйөлгәнен алһағыҙ, үҙенең еҫен, файҙалы сифатын тиҙ  юғалта, шуға ла орлоҡ килеш һаҡлау күпкә отошло.

Уның орлоғоноң хәтерҙе яҡшыртыу һөҙөмтәһе бар. Составындағы рибофлавин, зеаксантин, В6 витамины кешенең мейе эшмәкәрлегенә, психик һаулығына файҙалы. Аюрведала амнезиянан дауалағанда ла ҡулланғандар. Баш мейеһе күҙәнәктәрен яҡшыртыу өсөн йога менән шөғөлләнгәндәр көн дә ҡыҙҙырылған зира орлоғон ашап ҡуйырға кәңәш итә.

Шулай ҙа, дауалау өсөн ҡулланыр алдынан врачтар менән кәңәш итегеҙ.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: