Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Сентябрь 2022, 10:00

Сәләмәтлегеңде көҙҙән хәстәрлә

Йәйен үҙегеҙгә кәрәкле емеш-еләкте, файҙалы үләндәрҙе йыйып бөткәнһегеҙҙер инде. Уларҙың ҡайһы берҙәре сентябрҙә генә өлгөрә, баҡсала ғына түгел көҙгө урманға сығып та сәләмәтлек өсөн файҙалыларын ҡышҡылыҡҡа киптереп йәки туңдырып ҡуйырға мөмкин, һалҡын миҙгелдә уларҙың кәрәге тейәсәк.  

Сәләмәтлегеңде көҙҙән хәстәрлә
Сәләмәтлегеңде көҙҙән хәстәрлә

Йәйен үҙегеҙгә кәрәкле емеш-еләкте, файҙалы үләндәрҙе йыйып бөткәнһегеҙҙер инде. Уларҙың ҡайһы берҙәре сентябрҙә генә өлгөрә, баҡсала ғына түгел көҙгө урманға сығып та сәләмәтлек өсөн файҙалыларын ҡышҡылыҡҡа киптереп йәки туңдырып ҡуйырға мөмкин, һалҡын миҙгелдә уларҙың кәрәге тейәсәк.  

Балан. Витаминдар һәм антиоксиданттар сығанағы булған емеш үпкә һәм тын юлдары ауырыуҙарын дауалай, гемоглобинды күтәрә, аппетитты яҡшырта, ҡанды туҡтата. Был емеш ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн бик файҙалы. 

Миләш. А витаминына бай емеш иммунитет өсөн бик кәрәкле. Шулай уҡ күреү һәләтен яҡшыртыуға, нервыларҙы нығытыуға, көсөргәнештән, йоҡоһоҙлоҡтан арындырыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ ҡан ойошоусанлығын яҡшыртыу өсөн бик яҡшы сара.  

Гөлйемеш. Һалҡын тейгән саҡта ҡулланыла. Ҡан тамырҙары өсөн дә файҙаһы ҙур. Ҡара йәки йәшел сәйгә ҡушып эсергә лә мөмкин.

Андыҙ. Уның тамырын ваҡлап турап, киптереп һаҡларға кәрәк. Һалҡын тейгәндә йүтәлдән ярҙам итһә, ашҡаҙан, бауыр һәм үт ҡыуығы сирҙәренән дауаланыу өсөн дә файҙалы.

Ҡара миләш. А, К, Е, С витаминдарына бай емеш ҡан баҫымын көйләй, тамырҙарҙы таҙарта, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртә. Тынысландырыу көсөнә лә эйә.

Бөтнөк. Ул хәтерҙе яҡшыртыу, иғтибарҙы туплау өсөн файҙаланыла. Нервыларҙы тынысландырыу көсөнә эйә. Кемдер уның төнәтмәһен эсә, икенселәр хуш еҫе сығып торһон өсөн асыҡ һауытҡа һалып бүлмәһендә тота. Уны сәйгә генә түгел, хатта аш-һыу бешергәндә лә ҡушып ебәрергә мөмкин.

Дегәнәк тамыры. Эфир майҙарына, протеинға, В, С, Е, А витаминдарына, минераль тоҙҙарға, органик кислоталарға бай үҫемлек матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, бөйөргә таш ултырғанда ҡулланыла. Уның йәш тамырҙарын ҡаҙып алырға кәрәк.

*Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: