Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Сентябрь , 13:00

Дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләре

Сәләмәтлеккә ҡасан, нимә, нисек  ашауыбыҙ ҙа ҙур йоғонто яһай 

Дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләре
Дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләре

Беренсе ҡағиҙә. Һыу, һыу һәм тағы бер тапҡыр һыу.   Кешегә көнөнә 1,5 – 2 литр таҙа һыу эсергә кәрәк.   Сәй, ҡәһүә, компот һәм һут  ашамлыҡҡа инә.   

Икенсе ҡағиҙә.   Билдәле бер ваҡытта ғына ашарға. Әлбиттә, бер нисә минут йәиһә ярты сәғәт ваҡыт роль уйнамай.  Әммә бөгөн төшкө ашты сәғәт 1-ҙә ашап, иртәгәһен  был ваҡытты бөтөнләй ашамай үткәрергә ярамай. Организм расписаниеға  өйрәнергә тейеш, был аш эшкәртеү процесына ла ыңғай тәьҫир итә.    

Өсөнсө ҡағиҙә.  Иртәнге аштан хатта бөтөнләй ашағы килмәгәндә лә   баш  тартырға ярамай.   Бер сынаяҡ сәй менән бер телем икмәк мотлаҡ ашҡаҙанға төшөп ятһын.   Был аш эшкәртеү процесын көйләп ебәрәсәк һәм аш эшкәртеү процесына ыңғай йоғонто яһаясаҡ. 

Дүртенсе ҡағиҙә. Киске ашты дошманыңа ҡалдыр, тигән мәҡәлде иҫтән сығармаҫҡа тырышырға  кәрәк.  Әлбиттә, тура мәғәнәлә түгел. Әйтәйек, иртәнге аш менән төшкө аш  бер үк күләмдәрәк булһа, кискелеккә шуларҙың өстән бер өлөшө лә етә. Йоҡлар алдынан ҡатыҡ эсергә, алма йәиһә әфлисун ашарға мөмкин.

Бишенсе ҡағиҙә.  Аҡһымдар, майҙар һәм углеводтарҙың балансы һаҡланырға тейеш.   Классик схема буйынса ул 30, 20 һәм 50   процент тәшкил итергә тейеш.  Тик һуңғыһына  углеводтарға бай торт менән кәнфитте индереү тыйыла.   Тиҙ үҙләштереүсе углеводтар  50 проценттың иң әҙ өлөшөн, яҡынса 3 – 5 процентын ғына алһын. 

Автор:Гульназ Салаватова