Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Сентябрь 2022, 14:50

Һоло битте таҙарта

Һеҙҙең иғтибарға тирене таҙартып, сафландырып ебәрә торған тәбиғи скраб тәҡдим итәбеҙ. Уны ҡулланыу бик еңел

Һоло битте таҙарта
Һоло битте таҙарта

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға битте, муйын тирәһен таҙартып, сафландырып ебәрә торған тәбиғи скраб тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн йыуыныу бүлмәһендә йәтеш кенә банкала һоло йәйпәге (хлопья) тотоғоҙ. Күҙ алдында күренеп ултырһа, даими рәүештә ҡулланыуға уңайлы.

Бер балғалаҡ самаһы һоло йәйпәген усығыҙға йомоп, саҡ ҡына һыу менән сылатығыҙ ҙа иҙеп йомшартығыҙ. Аҡһыл һут бүленеп сыҡһа, скраб әҙер. Ошо масса менән битегеҙҙе йомшаҡ ҡына итеп ыуығыҙ. Бер-ике минуттан бит кибә башлай. Иҙелмәйенсә битегеҙгә йәбешкән һоло йәйпәген еңелсә массаж хәрәкәттәре яһап төшөрөгөҙ. 10-15 минут самаһы башҡа эштәр менән булышырға мөмкин. Ошо ваҡыттан һуң йылымыс һыу менән битегеҙҙе йыуығыҙ. Теләк булғанда, скрабты муйынға ла һөртөргә мөмкин.

Тағы бер кәңәш: скраб менән булышҡан саҡта һоло йәйпәге төшмәһен өсөн раковина тишеген салфетка йәки марля менән ҡаплап тороғоҙ.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ


сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

фото: m.ok.ru

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: