Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Сентябрь 2022, 13:05

Ҡаҙ майының файҙаһы ҙур

  Уны ниндәй ауырыуҙарға ҡаршы нисек файҙаланырға? Ябай кәңәштәр - яҙмала.

Ҡаҙ майының файҙаһы ҙур
Ҡаҙ майының файҙаһы ҙур

Тиҙҙән ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре башлана. Түшкәләр бешер, яңы мендәрҙәр эшләнер. Ә бына ҡаҙ майының файҙалы икәнлеген күптәр белмәй, йәки уны иретергә иренә. Ысынында ул ныҡ шифалы.

Унда РР, Е, Д, В тѳркѳмѳ витаминдары, бик күп файҙалы кислоталар, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Был май тулыһынса тәбиғи, холестерин юҡ.
Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, майҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был үҙ сиратында косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙ һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы составындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдарҙы, углеводтарҙы, йодты үҙләштереүгә булышлыҡ ҡыла. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.
Ҡаҙ майы тәбиғи дауалау продукты булып һанала. Тиҙ үҙләштерелеүе, йылытыу үҙенсәлегенә эйә булыуы, күҙәнәктәрҙе яңыртыуы, организмдың һаҡлау көсѳн арттырыуы, файҙалы матдәләрҙең тирегә тиҙерәк үтеп инеүен тәьмин итеүе арҡаһында ул халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла, күп ауырыуҙарҙан яҡшы сара булып тора.
Дѳрѳҫ һаҡланған ҡаҙ майы ярҙамында бронхиттан ҡотолоп була. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бѳтѳрѳү өсөн уны ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутап, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгѳлѳккә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә мөмкин. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.
Арҡа ауыртҡанда уны ҡаҙ майы менән мунсала ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.
Мускулдарҙағы ауыртыуҙар борсомаһын өсөн тәнгә май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар.
Быуындар һыҙлағанда ҡырғыстан үткәрелгән керән тамыры, картуф һәм ҡаҙ майына (тигеҙ күләмдә алына) бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ауыртҡан урынға һѳртѳргә һәм ике сәғәт тоторға. Дауалау курсы – 7-10 кѳн.
Шулай уҡ ҡаҙ майын оҫта хужабикәләр бешеренеү өсөн дә ҡуллана. Бәлеш, сөсө ҡамыр баҫҡанда уны ҡалаҡ осо менән генә һалып ебәреү ҙә ҡамырҙы йомшаҡ итеүгә килтерә. Бөйөрөктәр бешергән шыйыҡ майға ла аҙ ғына уны ҡушыу зыян килтермәҫ.
Ҡаҙ майы менән дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ.
 
 
сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
 
фото: esh-derevenskoe.ru
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: