Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ғинуар 2023, 09:20

Дарыуҙарға ҡытлыҡмы?

Етәксе яуап бирергә тейеш.

Аптекаларҙа ҡайһы бер дарыуҙарға ҡытлыҡ һиҙелә башлаған. Рәсәйҙә фармацевтика етештереүсәнлегенә иғтибар бирһәләр ҙә, был хәл күҙәтелә, тип әйткән Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән уҙғарылған кәңәшмәлә.

Былтыр һуңғы өс кварталда дарыу етештереү 22 процентҡа артҡан. Препараттарҙың 60 процентын илебеҙҙә етештерелә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡытлыҡ та һиҙелә, хаҡтар ҙа артҡан", - тигән Путин. 

 

Президент фекеренсә, логистикалағы проблемаларға, дарыуҙарҙы ваҡытында һатып алмау һәм ваҡытында ҡайтармауға бәйле. Ил етәксеһе сәнәәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровты дарыуҙарға бәйле  мәсьәләне күҙәтеүҙә тоторға ҡушҡан."Грипп осоронда температура төшөрә торған препараттарға, антибиотиктарға ихтыяждың ҙур булыуын беләбеҙ. Ваҡытында запас булдырып ҡуйырға бер ни ҡамасауламай. Шул ваҡытта уйлауығыҙҙы һорайым", - тигән ул. 

Һүҙ уңайынан, Владимир Путин уҙған аҙнала Мантуровты предприятиеларҙа самолеттар етештереүгә заказ рәсмиләштереүгә ҡыйынлыҡтар өсөн тәнҡитләгән.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: