Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Апрель 2023, 10:32

2023 йылдың июлендә Өфө хосписы тәүге пациенттарын ҡабул итә

24 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн республика хоспис биналары комплексын тикшерҙе

2023 йылдың июлендә Өфө хосписы тәүге пациенттарын ҡабул итә
2023 йылдың июлендә Өфө хосписы тәүге пациенттарын ҡабул итә

Республика башлығы өлкәндәр һәм балалар блоктарын, комплекстың ашханаһын ҡараны. Дауахана 60 койка-урын иҫәпләнә, шуларҙың 20-һе балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн бүлмәләре булдырылған. Шулай уҡ учреждение биләмәһендә йәйәүлеләр өсөн майҙансыҡ һәм адаптив балалар майҙансығы йыһазландырыла.

Башҡортостан башлығы хосписта эш кәңәшмәһе үткәрҙе, унда учреждениены сафҡа индереү һәм артабан эшләү планы ҡаралды. Май айында дөйөм майҙаны 13 000 квадрат метр булған биналар комплексы сафҡа индерелә.

Хоспис асыуға бәйле барлыҡ һорауҙарға ла яуап таптыҡ. Уны быйыл йәй асып ебәрергә ниәтләйбеҙ. Минеңсә, тәүге пациенттар бында июлдә була, — тине Радий Хәбиров. — Хоспис өсөн ҡорамалдар 80 процентҡа һатып алынған. Учреждениеның штаты тулыландырыла.

сығынаҡ : https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/164571

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: