Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Май 2023, 08:40

Һаҡ булығыҙ – ҡыҙылса!

Ҡыҙылса менән сирләү осраҡтарын ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинация кампанияһының коронавирус пандемияһы ваҡытында көсһөҙләнеүе менән бәйләргә мөмкин. Әммә халыҡтың 95 процентына прививка яһап, сиргә ҡаршы иммунитеты юғары булып ҡала

Һаҡ булығыҙ – ҡыҙылса!
Һаҡ булығыҙ – ҡыҙылса!

Вирус организмға тын алыу юлдары һәм күреү органдары аша үтеп инә. 3 көндән ул ҡанға һәм лимфа төйөндәренә һәм талаҡҡа эләгә, 7-10 көн инкубацион ваҡыт арауығында ҡан системаһында күбәйә. Артабан парамиксовирустың яңы быуыны тирене, коньюнктиваны, ашҡаҙан-эсәк трактын, тын алыу һәм нервы системаһын зарарлап, бөтә организмға тарала. Сир үтеп киткәс, организмда уға ҡаршы тотороҡло иммунитет барлыҡҡа килә. Шуға ла ҡыҙылса менән кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына сирләй. Ҡабаттан сирләгәндәр бик һирәк, ғәҙәттә, улар иммунодефицитлы ауырыуҙар араһында күҙәтелә.

Балаларҙа һәм өлкәндәрҙә сирҙең билдәләре төрлөсә. Ауырыған балала юғары тән температураһы, йоҡоһоҙлоҡ, тымау, тамаҡ ауыртыуы, шешеүе, йүтәл, коньюнктивит, эс ауыртыуы, уҡшыу, эс китеү күҙәтелә. 3-4 көндән тирегә, бигерәк тә биткә, һуңынан муйын һәм тәндең өҫкө өлөшөнә, артабан бөтә тәнгә, ҡул һәм аяҡтарға ла ҡыҙыл сабыртма сыға. 4-5 көндән ул төҫһөҙләнә һәм үлгән тире күҙәнәктәре үҙенән-үҙе ҡойолоп төшә. Ауырыуҙың хәле еңелләшә, бер аҙҙан бөтөнләй йүнәлә.

Өлкәндәрҙә ҡыҙылса ауырыраҡ үтә һәм насар эҙемтәләргә килтереүе бар. Алда һанап үтелгән билдәләргә йөрәк һуғыуы – тахикардия (минутына 100 тапҡыр), ҡан баҫымы түбәнәйеүе, сабыртма сыҡҡан тире аҫтына ҡан һауыуы өҫтәлә.

Ҡыҙылса сире үҙенең ауыр эҙемтәләре – пневмония, менингит, энцефалит, бронхит, ларингостеноз һәм башҡалар менән билдәле. Сирләгән ваҡытта ауырыуҙың эске органдары ныҡ зарарлана, был үҙ сиратында инвалидлыҡҡа йәки үлемгә лә килтереүе бар.

Ҡурҡыныс сирҙе булдырмау өсөн билдәләнгән ваҡытта – балаға 1 йәш һәм 6 йәш тулғас вакцинация эшләтергә кәрәк. Өлкәндәргә ревакцинация прививка булдырған иммунитет юғалғас яһала. Сирле кеше менән аралашырға тура килһә, вакцинация үтмәгән балаларға ла, өлкәндәргә лә кисекмәҫтән прививка эшләтергә кәрәк.

36 йәшкә тиклем һәр кемгә, 36 йәштән һуң — сирле кеше менән аралашыу мөмкинлеге булһа вакцина эшләтеү тәҡдим ителә. Медицина һәм транспорт, уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәрен вакцинациалау - мотлаҡ. Ә 55 йәштән өлкәндәргә сирле кеше менән аралашҡан осраҡта прививка яһала.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: