Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Май 2023, 11:00

Нурия Мырҙаҡаева: "Кешенең һауығыуын күреү - оло бәхет"

Оҙаҡ йылдар аҡ халатына тоғролоҡ һаҡлаған Нурия Мырҙаҡаева 1990 йылдан бөгөнгәсә үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге медсестраһы булып эшләй.

Нурия Мырҙаҡаева: "Кешенең һауығыуын күреү - оло бәхет"
Нурия Мырҙаҡаева: "Кешенең һауығыуын күреү - оло бәхет"

Тәүлек әйләнәһенә сирлеләрҙе ҡабул итеү, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмау, хәлен һәр ваҡыт күҙәтеп, ҡан баҫымын, температураһын тикшереп тороу, система ҡуйыу, укол ҡаҙау, ауыр хәлдәгеләргә ярҙам күрһәтеү... Былар медсестра башҡарырға тейеш бурыстарҙың бер өлөшө генә.

Оҙаҡ йылдар аҡ халатына тоғролоҡ һаҡлаған Нурия Мырҙаҡаева 1990 йылдан бөгөнгәсә үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге медсестраһы булып эшләй. 1965 йылда Арыҫлан ауылында Нәжиә һәм Әнүәр Мостафиндарҙың ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән яҡташыбыҙ ауыл мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина училищеһында белем ала. Ул заманда йәш белгестәрҙе йүнәлтмә буйынса төрлө яҡҡа эшкә ебәреү ҡаралған була.

- Мәләүезгә урын булмағас, мин үҙемде Күмертау ҡалаһына ебәреүҙәрен һораным һәм Маяҡ ҡасабаһының онкология диспансерына эшкә алындым, - ти Нурия Әнүәр ҡыҙы.

1988 йылда диспансер Күмертау ҡала дауаханаһының онкология бүлеге итеп күсерелгәс, 1990 йылға тиклем шунда медсестра булып эшләй. Ауыл балаларында хеҙмәт тәрбиәһе көслө, улар ата-әсәйгә ярҙам итеүҙе үҙ бурысы итеп һанай, яҡташыбыҙ ҙа яҡындарына яҡыныраҡ булыу, улар янына йышыраҡ ҡайтып йөрөү теләге менән Мәләүезгә, үҙәк район дауаханаһына эшкә ҡайта...

 

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 19-сы һанында уҡығыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: