Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Май 2023, 11:05

Шәфҡәт нуры өләшеүсе

Үҙәк район дауаханаһы балалар поликлиникаһының физиотерапия кабинеты медсестраһы Әминә Ғөбәйҙуллина Гиппократ антына тоғро ҡалып, башҡаларҙан яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәй, бына инде 45 йыл кеше һаулығы һағында тора.

Шәфҡәт нуры өләшеүсе
Шәфҡәт нуры өләшеүсе

Донъялағы иң мәрхәмәтле һәм иң кәрәкле һөнәр эйәһе, табиптың уң ҡулы, сирлеләрҙең иң яҡын кәңәшсеһе булған шәфҡәт туташының иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Врач күрһәтмәләрен теүәл үтәүҙән тыш һәр кемгә яҡты йөҙ күрһәтеү, ваҡытында ауырыуҙың күңелен имләр, өмөт уятыр кәрәкле һүҙ табыу ҙа күп осраҡта уның өлөшөнә төшә.

Үҙәк район дауаханаһы балалар поликлиникаһының физиотерапия кабинеты медсестраһы Әминә Ғөбәйҙуллина ла Гиппократ антына тоғро ҡалып, башҡаларҙан яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәй, бына инде 45 йыл кеше һаулығы һағында тора.

Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән Әминә Әбүзәр ҡыҙы 1973 йылда Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлай. «Бала саҡта уҡ әхирәттәрҙең, туғандарҙың ҡулына ингән шырауын алып, уларға ниндәйҙер ярҙам күрһәтеп йөрөгәнемде иҫләйем», - ти ул изге һөнәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуған мәлдәрен хәтерләп. Шуғалыр ҙа, уның киләсәктә тап медсестра буласағына яҡындары ла ышана.   

Йәш белгес хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһының хирургия бүлегенән башлай. 1976 йылда улар ғаиләһе менән Мәләүезгә күсеп килә...

 

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 19-сы һанында баҫылды.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: