Конгэк
-6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Сентябрь , 13:40

Гөлсөм ВӘЛИЕВА: «Кешеләргә тоғро хеҙмәт иттем»

Мәләүездәрҙең яратҡан врачы, оҙаҡ йылдар үҙәк район дауаханаһында терапевт булып эшләгән Гөлсөм ВӘЛИЕВА 40 йылдан ашыу ғүмерен кеше һаулығы өсөн көрәшкә бағышлаған.

Гөлсөм ВӘЛИЕВА: «Кешеләргә тоғро хеҙмәт иттем»
Гөлсөм ВӘЛИЕВА: «Кешеләргә тоғро хеҙмәт иттем»

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, район-ҡаланың Маҡтаулы гражданины, мәләүездәрҙең яратҡан врачы, оҙаҡ йылдар үҙәк район дауаханаһында терапевт булып эшләгән Гөлсөм ВӘЛИЕВА 40 йылдан ашыу ғүмерен кеше һаулығы өсөн көрәшкә бағышлаған.

Федоровка районының Ҡораласыҡ ауылы ҡыҙы, бала сағынан врач булырға хыяллана. «Мәктәптә уҡытҡан уҡытыусыларым шәп булды минең. Һәр балаға иғтибарлы, уның һәләтен күрә һәм үҫтерә белгән педагогтар булған улар. Киләсәккә илтер һуҡмаҡты һайлағанда, тап улар биргән йүнәлеш буйынса киттем», - ти ул күңеленә изгелек орлоғо һалып, уҡыусыһын донъялағы иң мәрхәмәтле һөнәр эйәһе итеп күрергә теләгән остаздарын хәтерләп.  

1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Мәләүезгә эшкә ебәрелгән йәш белгес хеҙмәт юлын үҙәк район дауаханаһы менән бәйләй һәм ғүмере буйы район-ҡала халҡына тоғро хеҙмәт итә.

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 39-сы һанында уҡығыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас в