Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Сентябрь 2017, 13:11

Үҙ-ара килешеп эшләү икеләтә файҙалы

Фермерҙар араһында электән яҙылмаған ҡанун йәшәй - бер-береңә ярҙам итеү. “Мәсәғүтов” крәҫтиән хужалығында ҡарабойҙай быйыл да уңған.

Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң аграрийҙар бындай уңышҡа өмөт тә итмәгәндер, моғайын. Шунлыҡтан ҡайҙа ҡарама, баҫыуҙарҙа техника эшләй, иген тейәгән йөк машиналары келәттәргә ашыға. Көҙгө көнгә ышанма, тиһәләр ҙә, әлегә һауа торошоноң аяҙ тороуы күңелгә тыныслыҡ өҫтәй.
Көн кискә ауышһа ла, сиге баҫыу киңлегендә саҡ күренгән комбайндың был яҡҡа ыңғайлауын күреп, туҡталмай булдыра алманыҡ.
Штурвал артында Варварино ауылынан эшҡыуар “Яҡупов” хужалығынан ярҙамға килгән механизатор Андрей Желтычев икән. Үҙҙәрендә ваҡытлыса эш тамамланып торған мәлде һайлап, етәкселек уны Ағиҙел буйында ярҙам талап ителгән хужалыҡҡа ебәргән. “Макдон” комбайнында көнлөк норма 50-60 гектар, 106 гектарҙы биләгән майҙанды кисә башлаған инек, иртәә тамамларға ниәтләйбеҙ, - тине механизатор. Сабылған культура аҙна-ун көн бакуйҙа ятып өлгөрөргә тейеш. Гектар ҡеүәте район күрһәткесенә тура килә, тимәк уңышҡа өмөт бар.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
ҺҮРӘТТӘ: Андрей Желтычев.
Автор фотоһы.