ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Май 2018, 11:33

Үрге Юлдаш ағинәйҙәре - халыҡ рухы менән яна

Заманалар ҡатмарлы тип зарланыу ҡанға һеңеп бара һымаҡ. Ә Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре менән осрашып һөйләшһәң, ошо хәүефле тойғо юҡҡа сыҡҡандай тойола.

Заманалар ҡатмарлы тип зарланыу ҡанға һеңеп бара һымаҡ. Ә Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре менән осрашып һөйләшһәң, ошо хәүефле тойғо юҡҡа сыҡҡандай тойола. Сөнки улар тормоштоң тик яҡшы яҡтарын күреп, милләт рухы, рухи хазиналарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә эш алып бара. Ауыл ағинәйҙәре эшен халыҡ күңеленә иман нуры сәсеүҙән, ауылдаштарҙы клубтың үҙ көстәре менән йыйыштырып алған бер мөйөшөнә йыйыуҙан башлаған. Бөгөн уларҙың бурысы - ауыл тормошон йәнләндереү, ҡот өҫтәү, йәш быуынды тәрбиәләү менән бергә, милли йолаларҙы тергеҙеү, экология өмәләрендә ҡатнашыу, йәштәргә ҡул эштәре серҙәрен тапшырыу, өйрәтеү.
Булмаһа уларҙың үҙҙәренә һүҙ бирәйек.
Баныу апай Аҡсурина, мөғәллимә:
- Хаҡлы ялға сыҡҡансы, күңелемдән гел иманға тартылдым. Ошо этәргес булғандыр - ситтән тороп “Ләлә Тюлпан”ды тамамлап, 2009 йылда диплом алдым. Ауылға күсеп ҡайтҡаныбыҙға 5 йыл, ошонда йорт төҙөнөк. Булған белемде кешеләр менән бүлешке килә, кәңәшләштек тә, теләгәндәр өсөн ғәрәп телен өйрәтеү маҡсатында курстар астыҡ. Бөгөн йома һайын йыйылып, Ҡөрьән сүрәләре уҡыйбыҙ, көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итеү йәһәтенән дә әүҙемлек күрһәтәбеҙ. Беҙ - ауылдың “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары ла.
Рәмилә Йәрмөхәмәтова,хаҡлы ялда:
- Ҡөрьән сүрәләрен өйрәнергә сәғәтебеҙ һуҡмаған, тигән фекер йөрөткәндәрҙең яңылышыуын аңлайым. Уның илаһи көсөнә ышанам, ауыр мәлдә ҡыҫҡа ғына аят, сүрәләр уҡыу күңелде тынысландыра. Йома етһә, ошонда әхирәттәрем янына ашҡынып киләм.
Мәйсәрә Хәйерова:
- Ағинәйҙәр төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Беҙҙән йыш ҡына бындай биҙәүестәрҙе ҡайҙан һатып алдығыҙ, тип һорайҙар. Үҙебеҙ эшләнек тигәнгә ышанмайыраҡ ҡарағандар ҙа бар. Ағинәй булараҡ, милли костюм тектергәс, уны тулыландырыу өсөн ҡашмау, түшелдерек, һаҡал эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алдым. Ауыл урамынан ошондай милли кейемдә үтеү - үҙе бер ғорурлыҡ.
Линера Асҡарова:
- Тыумышым менән ошо ауылдыҡы. 25 йыл Салауат ҡалаһында эшләнем. Йәштәр араһында Аллаһ Тәғәлә юлына баҫҡандар артыуы шатландыра. Әхирәттәрем менән йома сәйҙәренә йөрөшәбеҙ, элекке йолаларҙы тергеҙеү йүнәлешендә эшләйбеҙ”.
Гөлнара Ғәлина (Сәйфетдинова):
- Ағинәй булараҡ ғәрәп телен өйрәнеү курстарына ҙур теләк менән йөрөйөм. Мөғәллимәбеҙ аҙнаһына ике тапҡыр дәрестәр уҙғара. Дингә тартылыу өләсәйемдән тапшырылғандыр, тип уйлайым.
Флүрә Байсурина, 36 йыл стажлы педагог:
- Беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, үҙебеҙ тектергән милли костюмда сығыш яһайбыҙ. Ҡөрьән аштарына ла ошо кейемдә барабыҙ. Милли биҙәк, орнаменттарҙы ҡулланған ҡашмау, түшелдеректәрҙе лә үҙебеҙ эшләйбеҙ. Биҙәү алымдары бер-береһен ҡабатламай, һәр береһе үҙенсәлекле, зауыҡлы. Яҙғыһын мәктәп биләмәһендә ағас ултыртыу акцияһында ҡатнаштыҡ. Ураҙа, Ҡөрьән аштары уҙғарабыҙ. “Туған тел” байрамы, “Ҡарға бутҡаһы”, төрлө милли саралар ойошторҙоҡ. Ауылыбыҙҙа мәсет юҡ ине, күмәк көс менән изге йортҡа ла нигеҙ һалыныуға ирештек. Ағинәйҙәргә ғәрәп телен өйрәнеүгә мөйөш хәстәрләнек, элекке келәтте йыйыштырып, тәртипкә килтергәс, бынамын тигән йыйылыр урыныбыҙ барлыҡҡа килде.
Лира Ғафарова, 33 йыллыҡ эш стажлы уҡытыусы:
- Тирә-яҡта ағинәйҙәр йәмғиәте ойошторола башлағас, беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Ҡалаға яҡын урынлашҡас, балалар киләсәге өсөн хафа бар. Ғәрәп теле, дин нигеҙҙәрен өйрәнгән балаларҙың киләсәктә насар ҡылыҡтан ситтә ҡалыуына ышанабыҙ. Бөгөн уҡыусыларыбыҙ 4-5-шәр сүрә ятларға өлгөрҙө. Балалар менән Салауат ҡалаһында ойошторолған оҫта доға ятлау конкурсында, шулай уҡ Ғаилә йылына арналған конференцияла ҡатнаштыҡ.
Тәнзилә Заһиҙуллина, 69 йәш:
- Бөгөнгөм менән ризамын, бары тик донъялар имен булһын. Йәшлегем төрлө эштәрҙә үтте: һауынсы ла булдым, кино ла күрһәттем, китапхана тармағында ла һынаным үҙемде. Бөтә ерҙә лә тырышлыҡ кәрәк.
Ғәрәп телен өйрәнеүгә ҙур теләк менән йөрөйөм, бында килһәң, хатта ҡайтаһы килмәй.
Таңһылыу Мәжитова, ”Ағинәйҙәр” етәксеһе:
- Хәл итеп ҡарар сығарҙыҡ та эшләп алып киттек, тип әйтеп булмай. Был вазифаға һайланғас, урындағы ауыл биләмәләрендә, сит райондарҙа эшләп килгән ағинәйҙәр ойошмаларына сыҡтым. Һораштым, кәңәшләштем, үҙебеҙгә кәрәкле мәғлүмәт тупланым. Үҙебеҙҙә был юҫыҡта эшләрлек, таянырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар тупланған ине инде. Бөгөн иһә үҙебеҙҙең план, башҡарған эштәр буйынса отчет тупланған. Төп бурысыбыҙ - йәштәрҙе тәрбиәләү. Шуға күрә, мәктәптә, ауыл клубында ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Мәҙәниәткә яҡын булғандарҙың эске донъяһы ла таҙа. Беҙ “Көмөш тәңкә” ансамбле составында бейеүҙәр өйрәнергә лә ваҡыт табабыҙ.
Ағинәйҙәр Рәшиҙә Камалова, Алмира Юлтимерова, Клара Мәүликәсова, Рәйсә Иҙрисова һымаҡ уңған да, тырыш та, өлгөр ҙә ҡатындар тураһында бер-береһен уҙҙырып һөйләне.
Үрге Юлдашта бына шулай ойошма эшләй. Милли костюмдары күҙ яуын алырлыҡ, ябай ғына таштары аҫылташтай балҡый, сөнки күңелдәре асыҡ уларҙың.
Ағинәйҙәрҙең ойошоп, төрлө эштәр башланғысында йөрөүе оло баһаға лайыҡ. Мәсетен дә төҙөтөр, ауылды ла тәртиптә тотор улар. Үрге Юлдаш ҡатын-ҡыҙҙары ҡуйған маҡсаттарына ирешмәй туҡтай торған заттарҙан түгел, быға үҙем инандым. Улар матбуғат кампанияһы барышында тулы составта милли баҫмаға яҙылды. Афарин!
Һүрәттә: донъя тотҡаһы ағинәйҙәр.
Автор фотоһы.
Читайте нас: