Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Август 2018, 11:35

Бында уңыш әсе тир менән һуғарыла

Эшҡыуар “Әлимғужин” фермер хужалығында сәсеүлек майҙаны - 900 гектар.

Нигеҙ һалыныуына әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, улар үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтеп өлгөргән. Игенселек, малсылылыҡ тармағы бер-береһен тулыландыра. Быға тиклем етәкселек дилбегәһен Салауат ағай үҙе тартһа, быйылдан яуаплы эш улы Русланға күскән, малсылыҡты - кесе улы Айрат дауам итә.
Бына шулай, кәңәшле эш тарҡалмай, тигәндәй, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, киләсәккә ышаныслы аҙым яһай фермер ғаиләһе.
110 гектарҙы биләгән арыш культураһын ошо көндәрҙә йыйып алынған, гектар ҡеүәте уртаса 25 центнер тәшкил иткән. Ураҡтың һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышҡан егеттәр - “Дон” менән идара итеүсе тәжрибәле комбайнсы Кәрим Сатубалдин, водитель Айрат Әлимғужинды баҫыу башында оҙаҡ ҡына көттөк. “Ваҡыт тар, ялға туҡтарға иртәрәк”,- тип шаяртырға тырышты улар. Маҡсаттары - тиҙерәк 80 гектар майҙанды биләгән тритикале баҫыуында эште тамамлап, ужым бойҙайы баҫыуына күсеү. Яҡынса иҫәпләү буйынса, тритикаленың гектар ҡеүәте - 20 центерҙан артыҡ. Ҡарһыҙ, һалҡын ҡыштан һуң был күрһәткес уртаса, тип һанайҙар бында. Төп келәт Яңауыл ауылында, баҫыу - Шәрип янында, шулай ҙа көнөнә уртаса 7-8 рейс яһала. Таҙартылып, бөтә талаптарға яуап биргән яңы уңыш Мәләүез элеваторына, орлоҡҡа тәғәйене үҙҙәрендә һаҡлауға һалына. Әхтәм Ибраһимов, Радик Шаһманов, Динислам һәм Арыҫлан Әлимғужин атҡара ошо яуаплы эште. Киләһе йылға арпа, ужым һәм ярауай бойҙай, көнбағыш, ҡарабойҙай орлоғона урын күптән әҙерләнгән. 50 гектарҙа сәселгән борсаҡ культураһынан да мул ғына уңыш туплап һатҡан фермер.
70 баш һыйыр малға аҙыҡ та күп кәрәк. Бесән 150 тонна әҙерләнгән, уҙған йылда тупланғаны ла тотонолмаған, әлегә сенажға төшмәгәндәр. Һөт “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәтенә тапшырыла һәм эш хаҡы түләү, кәрәк- яраҡҡа тотонола.
Ҡасандыр 600 гектар майҙан менән эш башлаған Әлимғужин хужалығында пай ерҙәре иҫәбенә сәсеүлек майҙаны артҡан. Бөгөн эш фронты күп, уны 1 комбайн ярҙамында ғына атҡарыу мөмкин түгел. Киләсәктә сәсеү агрегаты, комбайн һатып алыу күҙаллана.
Маҡсатына ирешер ир уҙамандарына уңыштар теләп ҡайтыр яҡҡа юлланғанда, комбайндан КамАЗ бункерына ҡойолған уңыштың беҙҙең өҫтәлгә икмәк булып килеп еткәнгә тиклем күпме әсе тир түктеүенә тағы бер инандым.
Читайте нас в