Конгэк
-20 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Октябрь 2018, 13:30
Нимә генә юҡ бында!
Үҙәк баҙар биләмәһендә ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙҙы.
Унда “Ханнанов” фермер хужалығы, Салауат исемендәге кооператив хеҙмәтсәндәре мал аҙығы, бойҙай, борсаҡ һәм башҡа культуралар менән сауҙа итте. Шәхси хужалыҡтар күпләп картуф һатты, шулай уҡ йәшелсә, еләк-емеш тәҡдим ителде. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең тауарына һорау ҙур ине. Ит, ярым фабрикаттар, май, һөт һатыусылар рәтендә лә йәнлелек һиҙелде.
Воскресенский ауылынан Николай Ракитин төрлө сортлы ҡабаҡ алып килгән, Ергәндән Илдус Мотаһаров миндек, үләндәр менән сауҙа итте. Ағас, сәскә үҫентеләрен дә теләп һатып алдылар.
Ҡала мәҙәниәт һарайы һәм ауыл клубтарынан килгән артистарҙың сығышы көҙгө йәрминкәгә йәм өҫтәне.
ҺҮРӘТТӘ: “Ханнанов” хужалығы бойҙайҙың биҙрәһен 80 һумға һатты.
Бына шундай ҡабаҡтар үҫкән!
Автор фотолары.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит