Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Ғинуар 2021, 12:05

Тормош йәме - хеҙмәттә

Әгәр кешелек эштән бер аҙға айырылһа, нимә булыр ине икән был донъяла? Ысынлап та, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Кеше донъяға яралғандан алып бөгөнгә тиклем бары тик хеҙмәт арҡаһында ғына йәшәй, күнелеңә йәм таба, рухи яҡтан байыға. Ваҡыт үткән һайын, ул камиллаша бара. Һәр төрлө хеҙмәт төрө баһалана, уны яратып, бөтә йөрәгеңде һалып башҡарырға ғына кәрәк. Намыҫлы хеҙмәт хөрмәт килтерә. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнөнә бәйле үткәрелгән сарала БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Нордовка ауылының ғына түгел, райондың, республиканың алдынғы механизаторы Азат Хәлекәевҡа еңел автомобиль асҡысын тапшырҙы.

Үҙен яҡшы механизатор тип иҫәпләгән кеше техниканы биш бармағы кеүек белергә тейеш, тип иҫәпләй Азат. Федоровка районының Үрге Яуыш ауылы егете Дедово ауылындағы һөнәри училищела тракторсы-машинислыҡҡа уҡып сыға, колхозда, унан Стәрлетамаҡта бер нисә йыл үҙен һынай. 2003 йылда Нордовка һылыуы Әлиә Рәфит ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, Һуҡайлы бүлексәһенә эшкә инә. “Сөгөлдөр сәсеү, йыйыуҙа, ҡышын фермала эшләнем. Т-70 тракторын һүтеп йыйҙым, тиһәң дә була. Ул техникала йөрөгәндә, әйтерһең дә, бына-бына гусеницалары таралып төшөр һымаҡ. Әйткәндәй, механизаторҙар уны яратып “Чебурашка”, йә “Ресторан”, “Скворечник” та тип атап йөрөтә, - тип йылмая Азат. - Әлбиттә, уны хәҙерге заман техникаһы менән сағыштырырға ярамай. Яңыһын да тәрбиәләргә кәрәк, уларын да тәүге осорҙа гарантияла булғанда махсус белгестәр ремонтлай, шулай ҙа үҙең белгәнеңә ни етә”.
Азатҡа шыйыҡ ағыулы химикаттар һиптереү техникаһын, өс йыл элек “Акрос”, аҙаҡ “Класс” комбайнын ышанып тапшыралар. Компьютерлаштырылған техникаға һоҡланыуын йәшермәй механизатор -кабинала кондиционер ғына түгел, хатта климат-контроль автоматлашытырылған! Ҡайһы бер механизаторҙар урып-сәсеү миҙгелендә аҡса эшләп ала ла көҙөн ремонтлау мәле етеү менән тайыу яғын ҡарай. Ундайҙар ҙа етәкселек күҙенән сағылмай ҡалмай. “Ял көнө тура килеп, ҡунаҡ-фәләнгә барһаҡ, эштә ул-был хәл булһа, тиҙ генә йыйынабыҙ ҙа ҡайтыу яғын ҡарайбыҙ. Ул ғына түгел, төнөн дә уны техникаһының торошо өсөн борсолоулы уйҙары ташламай”, - тип һүҙгә ҡушыла тормош иптәше. Әйткәндәй, Азат һәр ваҡыт белемен камиллаштыра, бөгөнгә бар техникаға категорияһы бар.
Яңы Шевроле Нива машинаһы менән бүләкләнгән механизатор ирҙәрсә генә тыйнаҡ, баҫалҡы ғына итеп тәьҫораттары, ҡыуанысы менән бүлешә. Хеҙмәтен юғары баһалағаны өсөн “Ашҡаҙар” хужалығы етәксеһе Илдус Хәлиҡовҡа, баш иҡтисадсы Зөлфиә Басироваға ҙур рәхмәтен белдерә.