Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Июнь 2021, 14:25

Төп бурыс - мал аҙығын күберәк әҙерләү

Ауыл ерендә мал ҡышлатыуға аҙыҡ әҙерләүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ. Хужалыҡтар һәм фермерҙар был эште һабантуй байрамынан алда уҡ тотондо. Бөгөнгә 1610 гектар ерҙә (32 процент) күп йыллыҡ үлән сабылған: 270 тонна бесән әҙерләнгән, 3320 тонна сенаж һалынған. Уның күләме былтырғы йыл менән сағыштырғанда, аҙыраҡ. Әлбиттә, бар хужалыҡтар ҙа мал аҙығы әҙерләүгә төштө тип әйтеп булмай.

Ярауай культураларҙан арыш, арпа, һоло, борсаҡ сәселгән яландарҙың 90 проценты химик уталған да. Көнбағыш баҫыуҙарында сүп үләндәренә ҡаршы эш алып барыла, шәкәр сөгөлдөрөнә өсөнсө тапҡыр утау үткәрелгән.
Хужалыҡтарҙа бер үк ваҡытта пар яландары эшкәртелә: үҙ көсө һәм “Агрохимсервис” йәмғиәте менән органик ашлама индерелә.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Читайте нас: