Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Июнь 2021, 10:45

Эштән илһам алып

Хәҙерге ваҡытта фермерлыҡты һөнәр тип билдәләп булмайҙыр, минеңсә ул - йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған хеҙмәт. Улар - маҡсатлы кешеләр, халыҡты ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеп, көн һайын ауыр эш алып бара. Бөгөнгө фермерҙың төп сифаты - хеҙмәт һөйөүсәнлек, тырышлыҡ, ер кешеһенә хас зирәклек. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы - Рассвет ауылында малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлешендә үҙ эшен алып барған егәрле эшҡыуар Александр Емелин.Сәнғәттән - ауыл хужалығынаАта­-әсәһе малсылыҡта эшләһә лә, нәфис сәнғәткә ғашиҡ, «Путь Октября» гәзитендә бер йыл эшләп киткән егет, әрме хеҙмәтенән һуң, район мәзәниәт йортона рәссам булып эшкә инә. (Коммунистар партияһы хөкөм иткән осорҙа төрлө демонстрацияларҙа, байрамдарҙа плакаттар, лозунгылар яҙырға рәссам һөнәре бик кәрәк булып сыға.)1977 йылда ул Елена Семеновна менән сәстәрен сәскә бәйләй. «Ер мине барыбер үҙенә кире ҡайтарҙы. Ул ваҡытта кирбес заводында тир түгә инем. Рассветта башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатыныма ауылда торлаҡ тәҡдим иттеләр. Тик бер шарт менән: мин дә ауылда төпләнергә тейеш”, - ти ғаилә башлығы. Мөхәббәт емештәре - улдары Денис та донъяға килә. Александр ауылда клуб мөдире булып урынлаша. Һауынсыларҙың ферманан ҡайтҡанын көтөп, кинофильмдар күрһәткәнен, йүргәккә генә төрөлгән Денисты алып бергәләшеп ауыл клубында төрлө байрамдар ойошторғандарын күңелле бер мәл итеп иҫләйҙәр Емелиндар.

Хәҙерге ваҡытта фермерлыҡты һөнәр тип билдәләп булмайҙыр, минеңсә ул - йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған хеҙмәт. Улар - маҡсатлы кешеләр, халыҡты ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеп, көн һайын ауыр эш алып бара. Бөгөнгө фермерҙың төп сифаты - хеҙмәт һөйөүсәнлек, тырышлыҡ, ер кешеһенә хас зирәклек. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы - Рассвет ауылында малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлешендә үҙ эшен алып барған егәрле эшҡыуар Александр Емелин.
Сәнғәттән - ауыл хужалығына
Ата­-әсәһе малсылыҡта эшләһә лә, нәфис сәнғәткә ғашиҡ, «Путь Октября» гәзитендә бер йыл эшләп киткән егет, әрме хеҙмәтенән һуң, район мәзәниәт йортона рәссам булып эшкә инә. (Коммунистар партияһы хөкөм иткән осорҙа төрлө демонстрацияларҙа, байрамдарҙа плакаттар, лозунгылар яҙырға рәссам һөнәре бик кәрәк булып сыға.)1977 йылда ул Елена Семеновна менән сәстәрен сәскә бәйләй. «Ер мине барыбер үҙенә кире ҡайтарҙы. Ул ваҡытта кирбес заводында тир түгә инем. Рассветта башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатыныма ауылда торлаҡ тәҡдим иттеләр. Тик бер шарт менән: мин дә ауылда төпләнергә тейеш”, - ти ғаилә башлығы. Мөхәббәт емештәре - улдары Денис та донъяға килә. Александр ауылда клуб мөдире булып урынлаша. Һауынсыларҙың ферманан ҡайтҡанын көтөп, кинофильмдар күрһәткәнен, йүргәккә генә төрөлгән Денисты алып бергәләшеп ауыл клубында төрлө байрамдар ойошторғандарын күңелле бер мәл итеп иҫләйҙәр Емелиндар.
Ауыл - улар өсөн йәшәү сығанағы
Смычко исемендәге, Мәжит Ғафури исемендәге колхоздар бергә ҡушылған осорҙа Александр Наумовкалағы ауыл хужалығы техникумына агрономлыҡҡа уҡырға инә. Һуңғараҡ Борис Иванович Кузьмичев уны колхозға хисапсы итеп эшкә саҡыра. 1989 йылдан 2005 йылға тиклем бригадир, комплекс бригадиры, колхоз рәйесе урынбаҫары, һуңғараҡ Мәжит Ғафури исемендәге колхоз етәксеһе вазифаһына тиклем күтәрелә. Хужалыҡтың ерен, кешеләрҙе яҡшы өйрәнеп һәүетемсә эшләп йөрөгәндә, ауыл кешеһе өсөн үҙгәрештәр заманы етә. Колхоздар, уның менән бергә кеше яҙмыштары емерелә. Күпме бюрократик кәртәләрҙе үтергә, фермаларҙы һүтеп алып, талаған осорҙа йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килә… Колхоздарҙы бөтөргәндә нисек йөрәк түҙгәндер, Александр Анатольевич үҙе генә белә.
«Ауыл - минең өсөн йәшәү сығанағы», - ти башҡа ерҙә йәшәй алмағанлығын күҙ алдына килтерә лә алмаған Александр. 2006 йылда бюрократик ҡаршылыҡтарҙы, бар кәртәләрҙе үтеп, 150 гектар ерҙә, бер бөртөк «МТЗ - 80» тракторы менән үҙ эшен асып ебәрә. Һуңға табан ташландыҡ ферманы, 12 баш башмаҡ алалар. Иртәнге сәғәт дүрттә тороп, улы Денис, ҡатыны Елена Семеновна, үҙе мал аҙбарын таҙалап, һәүкәштәрҙе һауып, һөтөн ҡалаға сығарып һатып, бер мең һум көндәлек килемдең күпме шатлыҡ килтергән, ҡыуанған мәлдәре әле лә күҙ алдында Емелиндарҙың.
Һөт - килем сығанағы, тик уның хаҡы юҡ
Бөгөн иһә хужалыҡтың үҙҙәренең һөт продукцияһы һата торған ике сауҙа нөктәһе бар. Ленин, Октябрь урамында “Деревенька” магазинында һөт, эремсек, эремсек һыуы, кефир, ҡаймаҡты ҡала халҡы төшкә тиклем алып бөтә. Тәүлегенә бер тонна һөт етештерәләр, шуның 140 литры сауҙа нөктәһе аша һатып алыусыға барып етә, ҡалғанын Мәләүез һөт-консерва комбинатына тапшыралар. “Һөт юғары сифатлы, ҙур хужалыҡтар менән сағыштырғанда, әлбиттә, күләме аҙ. Шуға ла түбән хаҡ менән тапшырырға тура килә”, - ти фермер.
“Малсылыҡ йүнәлешендә эшләгән хужалыҡтарыбыҙ бар, әммә етерлек кимәлдә түгел. Бәләкәйерәк тораҡ пункттарҙа мәктәп, балалар баҡсаһы, клубтар бөтөрөлгәс, йәштәр ауылда ҡалмай, ҡалғаны ла мал аҫрауҙы ауырлыҡҡа һанай, шуға ла үҫеп килгән быуын берәй заман ысын һөт тәмен онотор инде”, - тип бошона Александр Анатольевич. Сөнки ауыл хужалығы Европа стандарты буйынса эшләргә әле әҙер түгел.
Һыйыры ла һыйыры!
Мал хужаһына оҡшамаһа, харам була, тиҙәр халыҡта. Йорт хужабикәһенең һыйыры һауған мәлдә арҡыры тибеп торғанын да, буйволға оҡшаған уҫал лимузин тоҡомлоһон да күргәнем бар. Ә Рассвет ауылы хужалығында ит йүнәлешендәге йылҡылдап торған абердин-ангус тоҡомло һыйыр малы шул тиклем ҡулға эйәләшкән, иркә, хужаһын танып тора. “Тыуғас та һәр береһенә исем бирәбеҙ. “Адольф, Адам, Арнольд, Альбатрос, Абсолют, Аллочка...”- тап таҙа фермала беҙҙе Римма Коннова ҡаршылай. Фермерлыҡтың тағы бер үҙенсәлеге бар: кемде генә алма, бында эшләгәндәр бер нисә һөнәргә эйә. Уң ҡулы Денис - механизатор, кәрәк икән электрик та. Дмитрий Чурилов та ер эшкәртеү технологияһын тулыһынса үҙләштергән. Александр Анатольевич үҙе малҡайҙарҙы тоҡом-ара яһалма ҡасырыу эшен алып бара. Абердиндарҙың генетикаһы көслө, шуға ла быҙауҡайҙар барыһы ла тиерлек ҡара төҫтә, тыуғас та ит йүнәлешле икәнлеге күренеп тора. Үҙ функцияһын үтәгән үгеҙҙәрҙе иткә ебәреүе лә йәл. Республикала был тоҡомло мал аҙ таралған. “Һатып алырға теләгәндәр тереләй ауырылыҡта килограмын 370 һум нисбәтендә иҫәп тотһондар”, - ти фермер.
Һауынсыларҙы киске һауым мәлендә осратабыҙ. Лидия Улядарова, Римма Коннова, Мария Улядарова бар күңелен һалып үҙ эшен башҡара. Әйткәндәй, ауыл ерендә эшсе ҡулдар һәр ваҡытта ла кәрәк: крәҫтиән фермер хужалығына әле лә эшселәр талап ителә.” Мохтаждарға йәшәү урыны буласаҡ, 8-917-7928490 телефоны менән мөрәжәғәт итегеҙ”, - ти фермер.
Егет кешегә етмеш төрлө ...
Һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халыҡта. Бында һәммәһе бар күңелен һалып эшләй. Александр Анатольевичтың тормош иптәше, мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан Елена Семеновна хужалыҡта иҫәп-хисап эшен алып бара, шул арала бал ҡортолай осоп-ҡунып, һөт продукцияһын һатыуға әҙерләй.
Кис етеп, эңер төшкәс кенә Емелиндарҙың тын алырға, көн барышында эшләнгән эштәрҙе барларға, йыраҡта йәшәгән ҡыҙҙары Татьянаға шылтыратып һөйләшергә ваҡыт етә. Ижади ҡарашлы, матурлыҡҡа ғашиҡ Александр Анатольевич ҡышҡы оҙон көндәрҙә генә төрлө скульптура һындары әүәләй, сит илдәрҙә ял иткәндә лә фотоаппаратын ҡулынан төшөрмәй, тәбиғәтте һынландырған картиналар иҫтәлеккә алып ҡайта.
Һандар.
Александр Емелиндың һөт-тауар фермаһында 2015 йылда - 92,2019 йылда - 250, 2020 йылда280 тонна һөт етештерелгән. Бер берәмек һыйырға уртаса һауым 4666 килограмм тәшкил итә.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: