Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Июнь 2021, 12:00

Яландарҙы буйлап...

Йәй көнө хужалыҡтарҙа эштең ҡыҙған мәле. Салауат исемендәге кооперативтың баш агрономы Денис Макеев көн дә ялан-баҫыуҙар торошон тикшереп тора. Ул редакция хеҙмәткәрҙәрен эш барышы менән таныштырҙы.

Йәй көнө хужалыҡтарҙа эштең ҡыҙған мәле. Салауат исемендәге кооперативтың баш агрономы Денис Макеев көн дә ялан-баҫыуҙар торошон тикшереп тора. Ул редакция хеҙмәткәрҙәрен эш барышы менән таныштырҙы: “Ярауай бойҙайҙы 2 мең гектарҙа сәскәйнек, эҫе ҡыҙыу ҡояшта сыҙамлыҡ “күрһәтте”, буйға бәләкәй булһа ла өлгөрөп ҡалайым, тигәндәй, башаҡлана һалды”, - белгес менән “Нива” машинаһында яландар буйлап елдерәбеҙ. Мал аҙығы өсөн люцерна үләнен саба башлағандар, сенаж соҡорона 3 мең тонна һалынған, һуңғараҡ арпа менән борсаҡҡа сират етә. “2010 йылдағы ҡоролоҡ ҡабатлана күрмәһен инде, - тип булғанына риза агроном, ә малсылыҡта әлеге заманда баланслы аҙыҡ әҙерләүгә күберәк иғтибар бирелә, бесән иһә мал аҙығының 10 процентын ғына тәшкил итә. Элекке етәксебеҙ Сибәғәт Әбделхай улы Ғәйнуллин тырышлығы менән былтыр Воскресенский яғында мал аҫрау ниәте менән силос соҡоронда мал аҙығы ла әҙерләгәйнек. Малсылыҡты йәйелдерергә унда өҫтәмә сығымдар, белгестәр кәрәк. Яҙын иһә ужым культураһын, арпа, көнбағыш сәстек”, - ти Денис Юрьевич.
Хужалыҡтың 11,5 мең гектар бар, сәсеү әйләнеше һаҡлана. 1,5 мең гектарҙа көнбағыш үҫә. Пар яланына тәбиғи ашлама индерелгәндән һуң сәселгән бойҙай яланы башҡа баҫыуҙарҙан күпкә айырылып тора.
Һабаш ауылы яғындағы картуф баҫыуында Нурдәүләт егете, механизатор Барый Ғәбиҙуллинды һыу һипкән ваҡытында эш мәлендә тап иттек. Көслө баҫым менән техника күл һыуын яландарға йүнәлтә. Ошоға хәтлем көндөҙ ҙә сәсеүлектәрҙе дымға туйындырғандар, көн былай ҡыҙыу торһа, япраҡтарҙы яндырмаҫ өсөн төнгө сменаға күсергә ниәтләйҙәр.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: