Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Июнь 2021, 17:30

Ҡурай еләге уңмауының сәбәптәре

Баҡсамда ҡурай еләге быйыл ҡыуандырҙы әле. Беренсенән, ҡар аҫтында һынмай ҡышлап сыҡты, ошо көндәрҙә әүҙем генә еләктәре бешә башланы. Эсемде бошорғаны: буйға бәләкәй, бот төбөнән генә. Ә күршенең ҡыуағы ике метрға етә яҙып үҫкән. Сортына ла бәйлелер, шулай ҙа интернет селтәрен байҡап сығып (әйткәндәй, бөгөн социаль селтәрҙәр көнө, барығыҙҙы ла ҡотлайым, әүҙем дуҫтарым), ҡурай еләге ҡыуағын әлеге осорҙа ни менән ашларға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт йыйҙым. Һеҙҙең менән уртаҡлашам. Алған мәғлүмәтте өйрәнеп, эштән ҡайтҡас та ҡурай ҡыуағы плантацияһын ашларға ниәтем.

Баҡсамда ҡурай еләге быйыл ҡыуандырҙы әле. Беренсенән, ҡар аҫтында һынмай ҡышлап сыҡты, ошо көндәрҙә әүҙем генә еләктәре бешә башланы. Эсемде бошорғаны: буйға бәләкәй, бот төбөнән генә. Күрше тауығы - ҡаҙҙай, тиҙәрме әле, ҡаршы йәшәгән апайҙың баҡсаһында ҡурай еләге ҡыуағы ике метрға етә яҙып үҫкән. Сортына ла бәйлелер, шулай ҙа интернет селтәрен байҡап сығып (әйткәндәй, бөгөн социаль селтәрҙәр көнө, барығыҙҙы ла ҡотлайым, әүҙем дуҫтарым), ҡурай еләге ҡыуағын әлеге осорҙа ни менән ашларға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт йыйҙым. Һеҙҙең менән уртаҡлашам. Алған мәғлүмәтте өйрәнеп, эштән ҡайтҡас та ҡурай ҡыуағы плантацияһын ашларға ниәтем.
Ҡурай еләге уңмауының әбәптәре
Баҡыр, калий етмәһә, ҡыуаҡ буйға үҫеүҙән туҡтай. Кальцийға ҡытлыҡ кисергәндә, япраҡтары бөрөлә һәм һоро, көрән төҫкә әйләнә. Магний етмәүе аҫҡы япраҡтарҙан өҫкә табан аҡһыл, һарғылт таптар барлыҡҡа килеүендә күренә.
Нисек, нимә менән ашларға?
Иң зарарһыҙы ергә органик матдәләр (һыйыр, тауыҡ тиреҫе, ағас онтағы, төрлө органик ҡалдыҡтарҙы серетеп ташлаған ашлама) индереү иҫәпләнә. Минераль ашламаларҙан 3 ҡалаҡ суперфосфат, 2 ҡалаҡ калий тоҙо, 2 ҡалаҡ аммиак селитраһын 10 литр һыуға һалып болғатырға ла, ҡыуаҡ төбөнә һибергә кәрәк. Халыҡ ысулдарына килгәндә, тәжрибәле баҡсасылар тауыҡ тиҙәген әҙ генә миҡдарҙа һыуҙа болғатып һибә, тик тамырҙарын яндырып ҡуймағыҙ.
Ҡоро сүпрәне лә ашлама итеп ҡулланалар. 10 грамм сүпрәне, 5 ҡалаҡ шәкәрҙе 10 литр йылы һыуҙа ике сәғәткә ҡалдырырға ла, 1:5 нисбәтендә һыу менән ҡатыштырып һибергә ярай.
Көлдөң тәбиғи калий икәнен онотмағыҙ. Уны ҡоролай ҡыуаҡ төбөнә таратып сыҡһаң да, 10 литр һыуға бер стакан көлдө болғап, бер төп ҡыуаҡҡа яртышар биҙрә һыу һалып һипһәң дә, уңыш оҙаҡ көттөрмөҫ.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: