Конгэк
+29 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Июль 2021, 12:21

Ғүмәр Иҫәнов: “Ғорур һәм ышаныслы баҫып торабыҙ”

Район аграрийҙары өсөн яуаплы осор башланды - ураҡ кампанияһына старт бирелде. Ғүмәр Иҫәновтың крәҫтиән-фермер хужалығы ла тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төштө.

Ғүмәр Иҫәнов: “Ғорур һәм ышаныслы баҫып торабыҙ”
Ғүмәр Иҫәнов: “Ғорур һәм ышаныслы баҫып торабыҙ”
Ғүмәр Иҫәнов: “Ғорур һәм ышаныслы баҫып торабыҙ”
Ғүмәр Иҫәнов: “Ғорур һәм ышаныслы баҫып торабыҙ”

Район аграрийҙары өсөн яуаплы осор башланды - ураҡ кампанияһына старт бирелде. Ғүмәр Иҫәновтың крәҫтиән-фермер хужалығы ла тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төштө.

Хужалыҡтың 2 мең гектарға яҡын сәсеүлеге бар. Шуның 300-өн - күп йыллыҡ үлән, 600-өн - бойҙай, арпа, арыш, һоло, 100 гектарын көнбағыш баҫыуы биләй. Ҡалғанында бер йыллыҡ үлән сәселгән.

Быйыл да йыл ҡоро килде, игенгә иң кәрәкле ваҡытта яуын булманы. Яҙғы дымлы мәлдә шытып өлгөрҙө, әммә оҙайлы көндәргә һуҙылған ҡоролоҡ шытымды ныҡ көйрәтте. Билдәле инде, уңыш фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәренең өмөтөн тейешенсә аҡламаны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл хеҙмәтсәндәре күңелен төшөрмәй, игендең бер бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәй, йыйып алырға иҫәп тота.

- Игенде баҙарға сығарып һатып, аҡса эшләү мөмкинлеге булыуын булмаҫ, әммә ҡыш сығырға үҙебеҙгә етәсәк. Быйылғы йылда уныһына ла ҡыуанабыҙ. Орлоҡҡа ла, фуражға ла етерлек күләмдә һалырға тейешбеҙ. Пай ерҙәре өсөн халыҡҡа ла таратып бирергә лә кәрәк, - ти Ғүмәр Зинур улы. - Ҡыш сығырлыҡ мал аҙығы тупланды, шөкөр. Барына риза булып, былтырғы һымаҡ юрғаныбыҙға ҡарап, аяғыбыҙҙы һуҙырға тура килә инде. Шуныһы бик мөһим: ваҡытында һалым түләү, хеҙмәтсәндәргә эш хаҡын биреү мөмкинлегебеҙ бар. Шуға ла, әлегә үҙ еребеҙҙә ныҡлы һәм ғорур баҫып торабыҙ, тип ышаныслы әйтә алам. Бында, әлбиттә, эшһөйәр коллективың ролен баһалап бөткөһөҙ.

Крәҫтиән-фермер хужалығы ике тиҫтәнән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин итә. Әлеге ваҡытта Йәмил Биҡҡужин, Илнур Иҫәнов һәм Илнур Ҡотлоюлов арыш ура. Бынан тыш, килешеү буйынса эшләгәндәр ҙә бар. Өҫтәмә 700 квадрат метр майҙанда иген келәте төҙөргә төҙөүселәр бригадаһы йәлеп ителгән.

- Иҙәненә бетон түшәргә генә ҡалды. Киләсәктә унда тағы иген киптергес алып, урынлаштырырға уйлайбыҙ, сөнки уңышты йыйып алыу ғына түгел, уны һаҡлау ҙа ҙур әһәмиәткә эйә, - ти етәксе.

Хужалыҡ матди-техник базаһын нығытыуға, яңы техника-агрегаттар алыуға маҡсатлы иғтибар бүлә. Уларҙың барыһы ла үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле механизаторҙарға ышанып тапшырылған. Шуға ла бында эш яйлы бара. Әлеге ваҡытта ике комбайн арыш баҫыуын ура. Эшсәндәр көнөнә ике тапҡыр эҫе аш менән тәьмин ителә. Уларҙы көн һайын ашнаҡсы Юлиә Йосопова тәмле итеп һыйлай.

Төп эшмәкәрлектәренән тыш, крәҫтиән-фермер хужалығы ауылдың социаль мәсьәләләрен, көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә лә турана-тура ҡатанаша һәм быны төп бурыстарының береһе, тип иҫәпләй. Шуға ла ауылдаштары алдында ла уларҙың йөҙө яҡты, райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ла лайыҡлы урынды биләй.

- Ауыл хужалығы ойошторолоуға 16 йыл тулды. Ошо дәүерҙә төрлө хәлдәр булды: уңыш йылмайған осорҙар ҙа, ауыр саҡтар ҙа. Әммә үҙебеҙ етештергәнде еткереп, көрсөккә батмай ғына, башҡа бик күп фермерҙар кеүек үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла бергә һәүетемсә генә алып барабыҙ. Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Игенселек – миҙгел эше, шуға күрә яҡшы уңыш алайым тиһәң, яҙҙың, йәйҙең генә түгел, көҙөн дә, ҡышын да бер көн дә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Киләһе йылғы уңышҡа нигеҙ быйыл уҡ һалына, шуға көндөң, сәғәттең ҡәҙерен белеп, файҙалы эш менән үткәрергә кәрәклеген коллективтағы һәр кем яҡшы аңлай һәм көсөнән килгәнсә үҙ өлөшөн индерә, - крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғүмәр Зинур улы Иҫәнов.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: